1 стакан мүк еләге (клюкваға) 1 стакан шәкәр һалып яҡшылап болғатабыҙ. Уға ит турағыс аша үткәрелгән 1 әфлисун (бәләкәй булһа – ике әфлисун) өҫтәйбеҙ. Йәки барыһын бергә яҡшылап блендерҙа болғатырға була. Ошо тәмлекәсте өҙмәй 3-4 ай эшләп ашайбыҙ. Ул бик тәмле килеп сыға, ҡунаҡтарға өҫтәлгә лә ултыртам.
Тағы бер ысул. Ул инсульт, инфаркттан һуң организмды яйға килтерергә ярҙам итә. 2 лимон, 2 әфлисунды ит турағыс аша үткәрегеҙ ҙә, 2 аш ҡалағы бал менән болғатығыҙ. Уны быяла һауытта һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ашарға 30 минут алдынан 2 сәй ҡалағы ашайбыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
"Здоровье" журналынан -