

1,5 стакан геркулес, 1 стакан әрселгән көнбағыш, ваҡланған әстерхан сәтләүеге, ҡабаҡ орлоғо, 400 г ит үткәргестән үткәрелгән күрәгә, 5 ҡалаҡ бал, 2 йомортҡа кәрәк. Ошо ингредиенттарҙың барыһын да бергә ҡушырға ла, табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, өҫтөн майлап, 2-3 см ҡалынлығында йәйергә.160 градус ҡыҙыулығындағы мейестә 30 минут бешерергә. Бешкәс, эҫе килеш киҫәктәргә бүлергә. Һыуынғас, ныҡ ҡатып китмәһен өсөн кәнфитте пленкаға урап, һыуытҡыстың аҫҡы ҡатында һаҡларға.