+14 °С
Облачно

ӘҮЛИӘЛЕК - БӨЙӨК КӨС УЛ,

йәғни Мифтахетдин мулла тураһында бер хәтирә.

ӘҮЛИӘЛЕК - БӨЙӨК КӨС УЛ,ӘҮЛИӘЛЕК - БӨЙӨК КӨС УЛ,
ӘҮЛИӘЛЕК - БӨЙӨК КӨС УЛ,

Оҙон-оҙон юлдар үткән, ир уртаһы йәшен артылған һыбайлы, арбаға баҫыраулап тейәлгән бесән өҫтөндә ултырып килгән һаҡалтай ҡарттың да үҙе кеүек үк әүлиә икәнен һиҙенеп, уның көсөн һанап ҡарарға була. Юлдан ситкә сығып юл бирә лә, ҡарттың арбаһындағы бесәнгә кирәмәт көсө менән ут тоҡандырып, нимә булырын ҡыҙығып күҙәтә башлай. Ҡарт артына боролоп та ҡарамай, атын юрттырып барыуын белә, ә бесән йөгө өҫтөндә яҫтыҡтай ғына ҡара болот барлыҡҡа килеп, бесәндең яна башлаған еренә генә ямғыр булып яуып, һүндереп китә. Шунан һуң һыбайлынан йөк өҫтөндәге ҡартҡа тиклем оҙаҡ ҡына ваҡыт йәйғор таҫмаһы һуҙылып барған тиҙәр. Был уларҙың бер-береһен сәләмләп, танышып, изге ғәмәлдәр тураһында гәпләшеп барыуҙарының бер мөғжизәһе булғандыр…

Исмәғил ағайҙың һөйләгәне
Минән егермеләп йәшкә өлкән булыуына ҡарамай "Дусалин ағай" тип өндәшкән, ә мин дуҫтарса "Исмәғил ҡустым" тип шаяртҡан Дилмөхәмәтов Исмәғил ағай 15-16 йәштәрендә Силәбелә ФЗО-ла уҡып һәм эшләп йөрөгәндә (1944-1945 йылдар) ишеткән бер хәтирәһен һөйләне. Ул ваҡиғаны Байғужа ауылынан Тәлғәт исемле дуҫынан ишетә. Кинйәбулатта 1930 йылдарға тиклем бик көслө рухлы мулла йәшәгән. Мулла ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә күҙ бәйләүсе, күрәҙәсе, табип, йәғни дөйөмләп әйткәндә, әүлиә булған, тиҙәр. Яҡын-тирә ауылдарҙағы ололар һәр ваҡыт йәштәргә: "Мифтахетдин бабайға хаслыҡ ҡылыу түгел, уның тураһында насар уй ҙа уйлай күрмәгеҙ! Ул бөтә нәмәне лә белеп, һиҙеп тора",- тиер булған. Әҙәмдәрҙең дә төрлөһө бар бит. Күптәре ышанған, ә ҡайһы берҙәре буш һүҙ тип уйлаған. Шундайыраҡ уйлы, урлашырға әүәҫерәк дүрт егет: "Күрәҙәсе булғас, бер кәбән бесәнен Аллағыуатҡа алып барып һатҡанды белеп ҡараһын әле", - тип һөйләшәләр ҙә, Мифтахетдин мулланың Арыҫланйылға башындағы бесәнлегендә ултырған кәбәндәренең береһен урларға ниәтләйҙәр. Таң атыр-атмаҫтан бесәнлеккә барып, бер кәбәнде өс санаға тейәп, оло юлға сыға былар. Йәнәһе лә, таң атҡансы ауылдан сығып өлгөрәләр. Ләкин шул тиклем аяҙ, тыныс ҡына торған иртәлә ҡотороп буран сыға ла китә. Буран күҙ асҡыһыҙ, етмәһә, ел ҡаршыға иҫә, ти. Егеттәр йөк өҫтөндә тундарының яғаларын күтәреп, йөҙҙәрен ҡаплап, аттарҙың оло юлды ташламаҫына ышанып, дилбегәләрен ебәреп, уларҙы үҙ иркенә ҡуялар. Буран ҡалай тиҙ башланһа, шулай уҡ тиҙ генә баҫыла. Шул мәлдә быларҙың аттары ла ниңәлер туҡтап ҡала. Тун-толоп яғаларын төшөрөп, тирә-яҡҡа ҡараһалар, шар асыҡ ҡапҡа алдында торалар ти былар. Етмәһә, йортонан көлә-көлә Мифтахетдин мулла сығып килә. Үҙе быларға: "Инегеҙ, инегеҙ, шаҡшылар. Бында уҡ килтереп еткергәс, әүеҫлек башына ла өйөп ҡуйығыҙ инде!" - ти икән. Бесәнде килтергәндәре, өйгәндәре өсөн түләп, ашатып-эсереп ҡайтарып ебәргән быларҙы. Иң ғәжәбе шул: был егеттәр аҙаҡ бер ваҡытта ла кеше әйберенә ҡул һуҙмаған.

Олатай менән танышыу шулай башланды
Исмәғил ағайҙың һөйләгәндәре олатайым Фәйзрахмандың атаһы Мостаҡ мулла исемендә тирә-яҡҡа даны таралған күрәҙәсе, күҙ бәйләүсе, һәүәҫкәр табип, дөйөмләп әйткәндә, әүлиә Мифтахетдин Ҡотломөхәмәт улы тураһында ине. Малай сағымда уҡ ауыл кешеләренән, олатай-өләсәйемдәрҙән, әсәйемдән Мостаҡ мулла тураһында һөйләгәнде йыш ишетһәм дә, артыҡ иғтибар бирмәгәнемә бөгөн үкендерә. Сөнки Мифтахетдин мулла ла, Зәйнулла Рәсүлев, Мөжәүир хәҙрәт һәм Уйылдан муллалар кеүек, әүлиәлек ҡөҙрәтенә эйә булған шәхестәрҙең береһе була. Минең үкенеү уның тураһында мәғлүмәттәр туплай алмағаныма булһа, әсәйем олатаһының өй башында ағас тәпәндәрҙә, һандыҡтарҙа һаҡланған китаптарын, ҡулъяҙмаларын, бигерәк тә бөгөнгө көндә юғалған тип һаналған башҡорттарҙың "Тиб" тип аталған табиплыҡ китабын һаҡлап ҡала алмағанына үкенә торғайны. 1943-1944 йылдарҙың иң аслыҡ-яланғаслыҡ осоронда әсәйемә 11-12 йәш була. Атай һәм оло ағай һуғышта. 15 йәшлек Мәғҙән ағалары төрмәлә, әсәләре ҡара таңдан ҡара кискә тиклем колхоз эшендә. Өйҙә тағы ла 4 һәм 5 йәшлек ҡустылары була. Яғырға утын юҡлыҡтан, өйҙә һыуыҡ. Әсәһенең рөхсәтенән өй башындағы теге ғәрәпсә яҙылған китаптарҙы алып төшөп, төрлө үләндәр, кешенең тән ағзалары төшөрөлгән биттәрен ҡарай-ҡарай, йыртҡылап, мейескә яғып йылынышып ултыра улар (ул китаптар, һис шикһеҙ, медицинаға ҡағылған боронғо китаптар булған!) Әсәйем һәр ваҡыт: "Үҙем шул аслыҡтарҙан иҫән ҡалып, кейәүгә сығып, табиплыҡҡа уҡып сығыр улым булырын белһәм, баҡса артына төшөп, ҡоро-һары тал, өйәңке сыбыҡтарын һындырғылап алып индереп яғып йылыныр, ә китаптарға теймәҫ инем", - тип үкенде.
Алда әйтеп үтеүемсә, Мифтахетдин дауалау серҙәренә үҙ аллы уҡып өйрәнеп, һәүәҫкәр табипҡа әйләнә. Табиплыҡҡа ҡағылышлы төрлө китаптарҙы уҡый башлауы Һайран ауылы мәҙрәсәһендә, Рафиҡ муллала мәҙрәсә белеме алған ваҡыттарҙа булһа, үҙ аллы дауалай башлауын Кинйәбулатҡа ҡайтҡас, муллалыҡ эше менән бер рәттән алып бара. Үҙенең балалары үҫмер йәшендә булғанда тирә-яҡҡа даны таралған табипҡа әйләнә. Бүрәнәләрен яҡындағы урмандан күтәреп ташып, үҙе бурап һалып кергән йортона өс метр самаһы ара ҡалдырып, тағы ла бер бәләкәйерәк дүртмөйөш өй күтәргән була. Уларҙың араһын да бүрәнәләрҙән бурап күтәреп, ялғап, бер ҡыйыҡҡа ябып, ике йортҡа ла кереп-сығып йөрөргә уңайлы, йылы солан эшләтә. Ана шул төкәтмә йортонда тирә-яҡтан килгән ауырыуҙарҙы ятҡырып, төрлө үлән, тамырҙарҙан һәм үҙе генә белгән башҡа әйберҙәрҙе бергә ҡушып әҙерләгән дарыуҙары менән дауалай. Шул уҡ ваҡытта өшкөрөү һәм күҙ бәйләү ысулдарын (гипноз) киң ҡуллана. Гипноз менән ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы баҫып, йоҡоно һәм уй-фекерҙәрҙең ағышын ыңғай яҡҡа көйләп була. Ә бына өшкөрөүгә килгәндә, бөтә өшкөргән-төкөргәндең дә шыбырлауы бер үк көскә эйә түгел.

Рәдис ДУСАЛИН,
Ишембай районы Маҡар ауылы участка дауаханаһы табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һәүәҫкәр тарихсы, шағир.

Автор:
Читайте нас