+18 °С
Ясно

РЕВЕНЬ - ИРӘҮӘНМЕ әллә ЙЫЛАН ТАМЫРМЫ?

Йыш ҡына ошондай бәхәс сығып тора. Минең үләндәр тураһында махсус белемем юҡ, шулайҙа асыҡлыҡ индереп , фекеремде яҙып үтергә булдым. Күберәк, Урал аръяғы башҡорттары ревень ирәүән түгел тип һанай. Сөнки, беҙгә бәләкәй саҡтан өлкән быуын, ошо үлән ирәүән тип күрәткәндәр икән , беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
РЕВЕНЬ - ИРӘҮӘНМЕ әллә ЙЫЛАН ТАМЫРМЫ?РЕВЕНЬ - ИРӘҮӘНМЕ әллә ЙЫЛАН ТАМЫРМЫ?
РЕВЕНЬ - ИРӘҮӘНМЕ әллә ЙЫЛАН ТАМЫРМЫ?

Ревень һүҙе ҡайҙан сыҡҡан? Персияла һәм бүтән илдәрҙә уны РАУАН тип йөрөтәләр. ИРӘҮӘН һүҙенә тура килеп тора. Бәлки ниндәйҙер ваҡытта , халыҡ ЙЫЛАН ТАМЫР үләнен яңылыш ИРӘҮӘН тип алып киткәндерҙә, быуындан-быуынға шулай бирелеп килгәндер. Минеңсә был бәхәскә аныҡлыҡ индереп, нөктә ҡуйыр кәрәктер. Ней өсөнме? Сөки был үләндәрҙең һаулыҡҡа тәьҫире ҡапма - ҡаршы. Шунлыҡтан сәләмәтлеккә хәүеф янаусы буталсыҡ булырға тейеш түгел. РЕВЕНЬ таксинлы үлән булараҡ, ҡулланғанда һаҡлыҡ талап итә. Япрағында бөгөнгәсә асыҡланмаған таксин бар, ашауға яраҡһыҙ. Һабағы, тамыры шифа өсөн ҡулланыла. Һабағы витаминдарға бай. Иртә яҙ менән үҫеп сығыуы менән ҡыуандыра. Унан бәлеш, ҡайнатма, борьщ, компот эшләп була. Тик, йәйҙең икенсе яртыһында , күп төрлө кислаталар туплау сәбәпле һаулыҡҡа зыян килтерә.
Был үләнде күберәк эс ҡатҡандан ( запор) шифаланалар.
ЙЫЛАН ТАМЫР (Урал аръяғы башҡорттары һанауынса, ИРӘҮӘН) Ҡанды ҡуйыртһа, РЕВЕНЬ ҡанды шыйығайта. ЙЫЛАН ТАМЫР, бөйөрҙәге, үт ҡыуығындағы ташты иретһә, ҡанды туҡтатһа, РЕВЕНЬ киреһенса , күп ҡулланғанда, таш булдырырға булышлыҡ итә. Эске яра, геморройға ҡанһырап, рецедивҡа булышлыҡ итә. Беренсеһе цистит ауырыуынан килешһә, РЕВЕНЬ киреһенсә, ауырыуға булышлыҡ итә.
Шулай итеп, дөрөҫө РЕВЕНЬ - ИРӘҮӘН, ГОРЕЦ ЗМЕИНЫЙ - ЙЫЛАН ТАМЫР тип уйлайым.
Ә бына халыҡтың ИРӘҮӘН БАРҘА - ИР ҮЛМӘҪ тип әйтеп ҡалдырыуы ЙЫЛАН ТАМЫРҒА (ГОРЕЦ ЗМЕИНЫЙ) ҡағылышлы әйтелгәндер тейем.
Һеҙҙә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙһағыҙ ине.

 

Ирәүән (ревень) бәлешенең рецебын тәҡдим итәбеҙ:

Ирәүән(ревень) - 750 г
Ҡаймаҡ - 200 г
Маргарин - 200 г
Он - 2 стакан
Шәкәр - 350 г
Манный ярмаһы - 2 аш ҡалағы
Сәй содаһы - 1 сәй ҡалағы һеркәлә һүндереп
Йомортҡа - 2 шт.

Ирәүәнде йыуып, таҙартып турайбыҙ.
Маргарин, ҡаймаҡ, 200 г шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, сода, он һалып ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙың яртыһын табаға йәйеп һалабыҙ.
Манный ярмаһы һибеп, өҫтөнә туралған ирәүәнде һалып, ҡалған шәкәр ҡомон һибәбеҙ ҙә өҫтөнә ҡамырҙың икенсе яртыһын ҡаплап, бөгәбеҙ. Әҙер бәлештең өҫтөнә бер йомортҡаны һытып буяйбыҙ ҙа 45-50 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ.

РЕВЕНЬ - ИРӘҮӘНМЕ әллә ЙЫЛАН ТАМЫРМЫ?
РЕВЕНЬ - ИРӘҮӘНМЕ әллә ЙЫЛАН ТАМЫРМЫ?
Автор:
Читайте нас