Яуап:
Кисен йыйыштырыу, сүп-сар эштәре менән булышыуға шәриғәттә (Исламда) ҡәтғи тыйыу булмаһа ла, быларҙы эшләмәү хәйерлерәктер, ин шәә Аллаһ. Сөнки эңер төшөү менән ендәр донъяһы уяна һәм тышҡа сыға, уларҙың "әүҙем" ваҡыты тап кисен башлана (кешеләрҙекенә киреһенсә). Ә ендәрҙең яратҡан урындары — ул төрлө сүплектәр, ҡыйлыҡтар һәм башҡа шундай беҙҙең өсөн бысраҡ һаналған урындар. Ҡояш байығандан һуң сүплеккә ҡый йә бысраҡ һыу сығарып түккән ваҡытта иһә (бигерәк тә — бисмилләһеҙ) шундағы ендәрҙең берәйһенә зыян килтерергә мөмкин. Ә уҫал йә үсле ен (бигерәк тә, кафыр ен, мәҫәлән) тура килһә, ул аҙаҡ был кешегә берәй этлек йә бүтән төр зыян эшләүе ихтимал. Шуға күрә кистәрен һәм төнгө ваҡыттарҙа мөмкин тиклем сүп-сар менән булышмаҫҡа, сүплектәр янында йөрөмәҫкә кәңәш итер инек. Бик тә бик быларҙы эшләргә тура килһә, ололар әйтмешләй — бисмилләһеҙ йөрөмәгеҙ. Тәне — тәһәрәттең нимә икәнен, ә теле зикерҙең нимә икәнен яҡшы белгән кешегә үткенсе (осраҡлы) ен-шайтандар зыян итә алмай, ин шәә Аллаһ. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Айгиз хәҙрәт.