Әммә эсеүселәр юҡ түгел, шулай ҙа эскелек беҙҙең милли фажиғәгә әүерелмәне, ул айырым кешеләрҙең генә проблемаһы булып ҡала.
Һаман да ҡотола алмаусыларға бер кәңәшем бар: эсеүҙе ташлауы ап-анһаты, ә бына айыҡ тормош менән йәшәй башлауы - иң ауыры. Холоҡто шунда уҡ үҙгәртеп булмаһа ла, йәшәү рәүешен үҙгәртеп була.
Киң билдәле бер риүәйәтте тағы ла ҡабатлайым: "Донъя менән хушлашыр алдынан атаһы улына бер генә үкенесе барлығын әйткән: улын дин юлына килтерә алмаған. Шулай ҙа васыятын да еткергән: "Минең йыназанан һуң 40 көн дауамында көн һайын мәсеткә барып, имам-хатибҡа ойоп, намаҙ уҡыһаң, һиңә риза булырмын..." Улы атаһының әйткәнен үтәгән, 40 көн буйы мәсеткә йөрөгән һәм... эйе, 41-се көндө мәсеткә үҙе килгән һәм дин юлына баҫҡан".
Йәшәү рәүешен үҙгәртеү мөҙҙәте лә 40 көнгә тиң. Юҡҡа ғына был һан "ҡырҡ" тип аталмаған. Ҡырҡ, йәғни үҙгәреү, ҡырҡылыу мөҙҙәте. Кеше ҡырҡ йәшендә йәшлеге менән хушлаша. Бер көн башҡарылған эш - ғәмәл, әгәр ҙә ул ҡабатланһа - ҡылыҡ, ҡырҡ көн ҡабатланһа - ғәҙәт, артабан - холоҡ, ә холоҡ ул - яҙмыш...
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.