-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ дауалау ысулдары

Халыҡ дауалау ысулы бик киң. Шифалы үләндәр менән дауаланыумы, быуын ултыртыумы, һөлөк ҡуйыумы –электән килгән ғөрөф-ғәҙәт, шул уҡ өшкөрөү ҙә, ҡот ҡойоу ҙа, эс һылау ҙа һәм башҡа дауалау ысулдары борондан килһә лә, бөгөн дә даими ҡулланыла.

Халыҡ дауалау ысулдары
Халыҡ дауалау ысулдары
Арпа имләү
Бала саҡта йыш ҡына арпа сығып йонсота торғайны. Күҙ ҡабағы ҡысытып, ауырта башлаһа, әсәйебеҙ эҫе итеп мунса яғып, сабындыра. Иртәгәһенә - бер ни булмағандай. Тик ваҡытында өлгөрөргә генә кәрәк. Әгәр инде шешенеп килеп сыҡһа, Фәғилә инәйҙән өшкөртөп, имләтеп алып ҡайтыр ине.
Арпа бөртөгө төртөп тә, йә баҡыр аҡса менән дә имләйҙәр.
Имләгәндә әйтә торған һамағы ла бар: “Нимә имләйһең? Фәлән Фәлән ҡыҙының (йә улының исем-шәрифе әйтелә) һул (йә уң) күҙе өҫтөнә (йә аҫтына) арпа сыҡҡан, шуны имләйем”. Өс-ете тапҡыр шулай ҡабатлап, арпа бөртөгө (йә тәңкә) менән күҙ ҡабағын ышҡып, 9 тапҡыр - “ҡайҙан килдең –шунда кит, ергә-ҡомға, тупраҡҡа кит”; 7 тапҡыр – “юлдан килһәң, юлға кит, ете сатлы юлға кит”; 5 тапҡыр – “биҙҙән килһәң, биҙеп кит”; 3 тапҡыр “күктән килһәң, осоп кит” , 1 тапҡыр – “бөтһөн, китһен” тип әйтеп, арпаны йә тәңкәне имләнеүсе кешенең һул ҡулына һалалар. Ул һөйләшмәйсә юл сатына сыға һәм өйөнә ҡарай боролоп, һул ҡулы менән арпаны (йә тәңкәне) ырғытып, артына боролоп ҡарамайса ҡайтып китә. Имләнеүсе бәләкәй бала булһа, уның был ғәмәлде әсәһе башҡара.
 
Мейе ултыртыу
Әлеге лә баяғы бала саҡ менән бәйле был дауалау ҙа. Тиктормаҫ булаһың бит инде бәләкәй саҡта. Ҡолап йә төкөп башты ауырттырһаҡ, әсәй беҙҙе ултырта һалып маңлай тапҡырынан туралап, аҡ еп менән уратып бәйләй ҙә, маңлайҙың ҡап уртаһын, ике яҡ ҡолаҡ осон, елкә соҡорона тап килгән ерҙе күмер менән (йә ҡара ҡәләм) билдәләп, ипләп кенә һыпырып сисеп ала ла, ҡайһы яҡҡа “мейе төшкәнлеген” ҡарай. Ике ҡолаҡ осонан билдәләнгән ерҙән тотоп ҡарағанда маңлай яғына тура килгән еп һәленеңкерәп торһа, тимәк, мейе алға төшкән. Шунан маңлай һәм елкә соҡоро тапҡырынан билдәләнгән ерҙән тотоп ҡолаҡ остарыныҡы тура киләме-юҡмы ҡарайһың. Ҡайһы яҡҡа төшкән, шул яҡтан нығыраҡ баҫым яһап, иләгән һымаҡ итеп ҡағаһың. Аҙаҡ башҡа тығыҙ итеп яулыҡ бәйләп, ҡымшанмай ғына ярты сәғәт тирәһе салҡан ятып торорға кәрәк.
Автор:
Читайте нас: