Туҡланыуҙан бигерәк, аҙыҡ-түлекте нисек әҙерләүгә бәйле, тиһәк, хаҡлы булырбыҙ. Йәғни ныҡ ҡыҙыу майҙа, усаҡта йәки башҡа асыҡ утта аҙыҡты ҡыҙҙырғанда, ҡурғанда, унда канцерогендар барлыҡҡа килә, һәм ундай аҙыҡты йыш ашағанда рактың бер нисә төрөнөң барлыҡҡа килеү һәм үҫеү хәүефе арта (мәҫәлән, ашҡаҙан яман шеше, тура эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе рагы һ.б.). Ҡурылған шешлек, майҙа ҡыҙҙырылған бөйөрөк иң яратып ашаған аҙығығыҙ булһа ла, һаулыҡты һаҡлау маҡсатында уларҙан баш тартырға, һис юғында сама белергә кәрәк.
Юҡ, был уйҙырма. Ғалимдар кеҫә телефондарын ҡулланыу һәм онкосирҙәрҙең артыуы араһында бер бәйләнеш тә тапманы. Ә бына руль артында телефондан һөйләшеү менән юлда аварияға осрау араһында тура бәйләнеш бар!
Шулай ҙа йоҡлағанда кеҫә телефоны карауаттан алыҫыраҡ ятһа, зыян булмаҫ кеүек.
Юҡ. Антиперспиранттар һатыуға сығыу менән, улар тир биҙҙәрен ҡаплап, рак ауырыуын тыуҙыра, тигән уйҙырма ла барлыҡҡа килде. Ләкин ғалимдар күпме генә тикшермәһен, быны раҫлай алманы. Шуға ла дезодоранттар менән рәхәтләнеп файҙаланығыҙ!
Был бик сетерекле һорау. Әгәр ҙә рак барлыҡҡа килеү менән көслө ауыртыуҙар башланһа, кеше шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт итеп, табиптар сирҙе башланғыс стадияһында боғаҙынан алыр ҙа, уңышлы дауалар ине. Үкенескә күрә, күптәр, ауыртыу – рактың төп билдәһе, тип уйлап хаталана ла, бик һуң ғына (яман шештең һуңғы стадияларында, һыҙланыуға түҙә алмағанда) табиптарға күренә. Әммә ҡайһы бер онкосирҙәрҙең төрө тәүге осорҙа уҡ һыҙланыуҙар менән башлана. Шуға ла ғәҙәти ауырыҡһыныуҙан айырылып торған билдәләр күҙәтелгәндә, дауаханаға барырға кәрәк. Улар иҫәбенә:
– ауырлыҡтың кинәт һис бер сәбәпһеҙ кәмеүе;
– оҙаҡ ваҡыт һаҡланған субфебриль температура (37 – 37,2 °С);
– байтаҡ ваҡыт төҙәлмәй йонсотҡан йәрәхәт, яра;
– тирелә миң, сөйәлгә оҡшаған сәйер төйөрсөктәрҙең барлыҡҡа килеүе инә.