1.Иң тәүҙә тартыуҙы ташлай аласағыңа ышан.Тормошта иң ауыр нәмәләрҙе йырып сығыуыңды иҫеңә төшөр һәм был алама ғәҙәтеңдән ҡотолоуға ихтыяр көсөң етәсәгенә лә ышан. Барыһы ла үҙеңдән тора.
2.Түбәндәге исемлекте уҡып сыҡҡас, ултыр ҙа, уны булмышыңа һәм характерыңа ярашлы эшкәртеп, үҙеңсә яҙ.Тартыуҙы нисек ташлау тураһында шәхси планыңды төҙө.
3.Тәмәкене ташлауыңдың сәбәбен(тәмәкеһеҙ тормоштоң өҫтөнлөктәре): оҙағыраҡ йәшәү, үҙеңде һау-сәләмәт итеп тойоу, ғаиләңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыу, бушҡа аҡса түкмәү, үҙеңде һәр саҡ ыҫпай, бөхтә тотоу һ.б. Тартыуҙың һаулыҡҡа зыяны, тәмәкене ташлағас, нимәләргә эйә булыу мөмкинлеге тураһында теҙеп яҙ ҙа уны көн һайын бер-ике тапҡыр уҡы.
4.Тартыуҙы ташлауыңды ғәмәлгә ашырырға ғаиләңдең, дуҫтарыңдың ярҙам итеүен һора. Был зарарлы ғәҙәтеңдән айырылғанда үсексәнгә, тиҙ тоҡаныусанға, мыжыҡҡа әйләнеүең ихтималлығы тураһында алдан иҫкәрт.
5. Һуңғы тапҡыр тартыуыңдың датаһын билдәлә.Тәмәке менән ҡайһы көндә мәңгелеккә хушлашырыңды хәл итеп, шул көндөң датаһын яҙып ҡуй. Аның менән "яңы тормошоңдоң беренсе көнөнә" әҙерлән.
6.Тартыуҙы ташлауыңды табипҡа һөйлә. Табиптың ыңғай ҡарашы һәм дөрөҫ йүнәлеш биреүе - уңышҡа өлгәшеүҙең һыналған ысулы.
7. Күнекмәләр яһа. Спорт менән тәмәке һыйышһыҙ. Күнегеүҙәр стрестан ҡотолорға һәм тәмәкенән зарарланған организмыңа ярҙам итә. Көнөнә ике-өс тапҡыр яртышар сәғәт саф һауала йөрө.
8. Көн һайын 3-5 минут тәрәндән тын алыу күнекмәһен яһа.Танау аша тәрән итеп тын алғас, бер нисә секундтан тынды яй ғына ауыҙың аша сығар.
9. Тәмәкене ташлауыңды күҙ алдына килтер. Тәрән тын алыу(8-се пункт) күнекмәһен күҙҙәреңде йомоп ҡабатла, тартырға тәҡдим итеүҙәренән ҡырҡа баш тартыуыңды күҙ алдыңа баҫтыр. Ижади күҙаллауҙарың офоғон киңәйт.
10.Тартҡан тәмәкеңдең һанын яйлап кәметә бар. Бер ҡап тәмәке алһаң, уны дуҫыңа йәки берәй танышыңа бир. Тартҡы килгәндә гел унан һорарға мәжбүр булыу тәмәкенән дүндерә башлар.
11. Күптәр, тәмәкене ҡырҡа рәүештә ташлап була, ти. Ләкин һиңә тартыуҙы яйлап кәметә барып ташлау уңайлымы әллә беренсе көндән үк тартмаумы? Үҙеңә уңайлы ысулды тап. Әгәр уйлап тапҡан ысулдарыңдың береһе бармай икән, икенсеһен файҙалан.
12.Тәмәке ташларға теләгән кеше менән аралаш. Был аҙымды яһағанығыҙ өсөн бер-берегеҙҙе хуплағыҙ.
13.Тештәреңде яҡшылап таҙарт. Уларҙың көндән-көн ағара барыуын күрерһең. Бер айҙан йәки бер йылдан тештәреңдең ынйылай матур буласағын күҙ алдыңа килтер.
14.Тәмәкене ташлағандан һуң, тартыусынан тартмаусыға тиклемге юлыңдағы түңәрәк датаны билдәләү планын төҙө. Ике аҙнанан киноға бар. Бер айҙан яҡшы ресторанға йәки кафеға бар. Тартмаусылар өсөн тәғәйенләнгән секцияла ултыр. Өс аҙнанан яратҡан ерҙәреңә йөрөп ял ит. Алты айҙан өҫтөңә матур әйбер һатып ал. Бер йылдан ҡунаҡ йыйып, тартыуын ташлап, сәләмәт тормош алып барырға теләгән кешенең"яңынан тыуыу көнөн" билдәлә.
15. Тәмәке көйрәтеүҙән организмыңа йыйылған никотинды һәм башҡа химик матдәләрҙе йыуыу өсөн күпләп һыу эс. Һыуҙан да файҙалы эсемлек юҡ. Һыу йәки сәй эсеү теләһә ҡайһы ауырыуҙан тиҙерәк һауығырға ярҙам итеүен күптәр аңлап еткермәй. Һыу тәмәке тартыу теләген дә "һүндерә".
16. Күңел тетрәнеүе кисергәндә, ашағандан һуң йәки эшкә килгәс, тәмәке тартҡы килеү теләген иҫәпкә ал. Бындай ситуациянан ҡасырға тырыш. Әгәр килеп сыҡмаһа, тартҡы килеү теләген баҫыр өсөн икенсе ысул уйлап тап.
17. Ирендәр сигаретты ҡабырға, бармаҡтар тоторға ғәҙәтләнә. Был яман ғәҙәттән ҡотолоу өсөн һыуҙы, һуттарҙы көпшә аша һурып эс.
18. "Тартыуҙы ташлайым" тигән темаға бер куплетлыҡ шиғыр яҙ, уны көн һайын уҡы.
19."Көйрәткең" килә башлаһа, шул минутта башыңда ниндәй уйҙар, күңелеңдә ниндәй хис-тойғолар ҡайнауын ҡағыҙға яҙ һәм уны ҡайҙа барһаң да үҙең менән ал.
20. Ғаиләңдең йәки яратҡан кешеңдең фотоһы ла гел яныңда булһын. Фотоға "Тартыуымды үҙемдең һәм һеҙҙең һаулығығыҙ хаҡына ташлайым"- тип яҙ. Тартҡың килгән мәлдә шул фотоға ҡара һәм ундағы яҙыуҙы уҡы. Был - тәмәкене тотоп та ҡарағы килмәү теләген көсәйтә.
Күп кенә тәмәке тартыусылар: "Тәмәке тартыу - насар бер ғәҙәт кенә. Теләйем икән, мин аны шунда уҡ ташлай алам", - тип фекер йөрөтәләр. Тик эш ташлауға килеп терәлгәс, булдыра алмайҙар. Өс көн тартмайынса ҡарағыҙ әле. Әгәр организмда бер ниндәй үҙгәреш тоймайһығыҙ һәм тартаһығыҙ килмәй икән, тимәк, һеҙҙә никотинға бәйлелек юҡ. Әгәр ниҙер етмәй, кәйефегеҙ юҡ, тиҙ ҡыҙып китеүсәнгә әйләнһәгеҙ, уйланырға урын бар. Тәмәкегә бәйлелек - наркотикка, алкогольгә бәйлелек кеүек үк ҡурҡыныс. Әгәр был проблеманы үҙегеҙ генә еңеп сыға алмайһығыҙ икән, врачҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Тағын бер кәңәш: тәмәке тартыуҙы ташлайһығыҙ килә икән, Аллен Каррндың "Легкий способ бросить курить" китабын уҡығыҙ. Әлеге китапты китапхананан һәр кем бушлай алып уҡый ала.
https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-120619756_2966%2Fdf4cbeba89cd03ef54