+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЮҒАЛТҠАС ҠЫНА АҢЛАНЫМ - БӘХЕТ НИМӘ ИКӘНЛЕГЕН

Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ. Уны аҡсаға һатып алып та, урлап та алып булмай. Һаулыҡ – ул матурлыҡ, көс. Сәләмәтлегең ҡаҡшаһа, ғаилә бәхетен дә, тормош матурлығын да күрмәйәсәкһең, эшеңдә уңыштар тураһында ла уйлап бирмәйәсәкһең. Шуға күрә уны уны йәштән, бала саҡтан һаҡларға өйрәнергә кәрәк.

ЮҒАЛТҠАС ҠЫНА АҢЛАНЫМ - БӘХЕТ НИМӘ ИКӘНЛЕГЕН
ЮҒАЛТҠАС ҠЫНА АҢЛАНЫМ - БӘХЕТ НИМӘ ИКӘНЛЕГЕН

Күптәр һаулығын юғалтҡас ҡына уның ҡәҙерен аңлай. Мин үҙем дә – шундайҙарҙың береһе. 40 йәшкә хәтлем ауырыуҙың ни икәнлеген белмәнем. Ошо йәшкә тиклем булған сәләмәтлегем, әлбиттә,  – яҡшы генлы, яҡшы ғәҙәтле атай-әсәйемдең миңә биргән иң ҙур бүләге. Ҡартайғансы шулай булыр тип ныҡ яңылышҡанмын.  Дүртенсе тиҫтәм тулыу менән ҡапыл ғына һаулығыма зарлана башланым: йә бер ерем, йә икенсе ерем үҙен һиҙҙерә башланы. Баш ауыртыуҙарын, быуындар һыҙлауын дарыухананан алған препарат менән баҫам да, ал-ял белмәй эшләнем. Арыуҙы ла белмәй инем шикелле мин.

Әммә бер көн иртән аяғыма баҫа алманым. Күрер күҙгә бер ниндәй үҙгәреш һиҙелмәй, шеш тә юҡ, тик түшәктән тора алманым да ҡуйҙым. Врач саҡыртҡайным, дауаханаға һалдылар – ауыр эштән, артыҡ ауырлыҡтан умыртҡа һөйәгең зарарланған тинеләр. Оҙаҡ дауаландым, күп уҡыным һәм шундай һығымтаға килдем: барыһына ла үҙем ғәйепле булғанмын, атай-әсәйем бүләген – һаулығымды һаҡламағанмын.

Иң беренсе, дөрөҫ туҡланмағанмын. Иртән бутҡа ашайһы урынға магазиндағы төрлө банкаларҙағы ҡушылмалар, майонездар менән бутерброд, тиҙ әҙерләнә торған ризыҡтар ашағанмын. Төшкө, киске ризыҡтар ҙа күбеһе ярымфабрикаттан, консерванан торған.

Икенсенән, физкультура менән дуҫ булмағанмын. Араҡы эсмәһәм дә, тәмәке тартҡанмын. Һыу эсмәгәнмен, емеш-еләк ашамағанмын.

Өсөнсөнән, һәр ваҡыт башымды баҫып, эш тураһында ғына уйлағанмын. Асыуланғанмын, рәнйегәнмен, рәнйеткәнмен. Күңелһеҙ уйҙар менән тулғанмын, көнләшкәнмен, әрләшкәнмен.

Эсмәһәм дә, һулға йөрөмәһәм дә, емергес көскә эйә булған зарарлы ғәҙәттәргә эйә булғанмын.  Ниндәй ҙә булһа проблема борсоһа, улар тураһында уртаға һалып һөйләшмәгәнмен, асыҡларға һәм шул уҡ ваҡытта тыныслыҡ һаҡларға тырышмағанмын.

Ял итә белмәгәнмен, ғаилә менән бергә бер ҡайҙа ла бармағанмын, балаларым шатлығын күрмәгәнмен, бергә шатланмағанмын. Уларға ҡушылып көлмәгәнмен, һөйөнмәгәнмен, киреһенсә, улар көлһә, асыуым килгән. Аҡса, карьера тураһында ғына уйланғанмын.

Билһеҙ ҡалып, дауаханаға эләкмәһәм, былар хаҡында белмәгән дә булыр инем. Шуға күрә сиремде рәхмәт менән ҡабул иттем һәм уны еңдем. Хәҙер һаҡланып йөрөйөм, йәғни физик культура менән шөғөлләнәм, таҙа һыу эсәм, тәмәкене ташланым, йәшелсә, емеш-еләк, иртән бутҡа ашайым, бер кемгә лә асыуланмаҫҡа тырышам, үсекмәйем, ғаиләм менән ял итәм, улар менән бергә көләм, шатланам. Ә шулай ҙа иң мөһиме – көнләшмәйем, иммунитетты ҡаҡшатыусы күңелһеҙ уйҙарға бирелмәйем.

Әйҙәгеҙ, бергәләп сәләмәт тормош менән йәшәйек!

Борис К.

https://kungak.ru/articles/y-m-i-t/2024-01-02/yu-alt-as-yna-a-lanym-b-het-nim-ik-nlegen-3589674

 

Автор:
Читайте нас: