+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бал һәм балан менән дауаландым

Шулай тигәндәрен йыш ишеткән бар. Ниндәй сирҙәрҙе дауалағанда һөҙөмтәле уларҙан яһалған эсемлек?

Бал һәм балан менән дауаландым
Бал һәм балан менән дауаландым

Башҡа сирҙәрҙе дауалағанда ла һөҙөмтәле был эсемлек

Һыуыҡ алдырып йүткергәндә, тауыш бөткәндә, ҡан баҫымы юғары күтәрелгәндә, йөрәк сирҙәрендә, эс киткәндә лә был төнәтмәне ҡулланырға мөмкин.

Бер стакан балан емешенә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минуттай ҡайнатырға, шунан алып һөҙөргә. Йылымыс хәлгә ҡалғас, өс ҡалаҡ бал ҡушып бутарға. Шифалы эсемлекте көнөнә өс-дүрт тапҡыр яртышар стаканлап эсергә кәрәк.

Ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә! Сәләмәт булайыҡ!

Автор:
Читайте нас: