+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Атлай алмаған (Булған хәл)

“Кәләш алып дәртләнеп йәшәй башлаған ғына ваҡытым. Бесән мәле. Ат егеп, кәләшем менән бесәнгә барҙыҡ. Төшкө аш ваҡытында ҡатынымдың аяғы йөрөмәҫ булды, атлай алмай. Арбаға күтәреп ултыртып алып ҡайттым. Фермала эшләгәндә бик ныҡ һыуыҡ үткәргән. Аяғында ревматизм, парафинға баҫа, ай һайын укол ала. Бармаҡтары суртайған - полиартрит, йөрәге ауырта", - тип шылтыратты Саҡмағош районынан Айбулат.

Атлай алмаған (Булған хәл)
Атлай алмаған (Булған хәл)

Мин уға телефондан шундай кәңәш бирҙем:
- Плитәгә (плиткәгә, газға) таба ултыртып йылытырға (эҫетергә) кәрәк, бер шешә спирт алып, бер аҙын ҡалдыр, ҡалғанын эҫе табаға ҡой. Ҡатыныңды ултырғысҡа ултырт, аяғын ошо табаға баҫтыр, үҙеңә ҡатыныңдың аяғын йылы спирт менән тубығына тиклем ыуырға кәрәк. Спиртты табан һурып ала, табала тик һыу ғына ҡала. Шунда уҡ, баяғы ҡалған ҡалдырғанын эсереп, ҡатыныңды йылы юрған менән ябып һалып ҡуй, башы ла күренмәһен, - тип аңлаттым.

Бер аҙналап ваҡыт үткәс, Айбулат шылтыратты:
- Ағай, ҡатыным шәбәйҙе бит. Һеҙ өйрәткәнсә эшләнем. Һалып ҡуйған инем, ҡатыным йоҡланы, иртәнсәк кенә уянды, ә юрғаны һығып алмалы һыу ине. Үҙе, минең бер ерем дә ауыртмай, ти, баҫып ҡарай, атлай ала. Беҙ һеҙгә шундай рәхмәтлебеҙ.

Бер айлап ваҡыт үткәс, тағы шылтыратты, ҡатыны үҙен яҡшы тоя, йүгереп йөрөй. Уколын алырға ла онотҡан икән. Был хәлгә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Хәлдәрен һөйләп торалар".

Сығанаҡ: "Олатайҙар аманаты" китабынан - https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2024-02-04/bes-ng-bar-ayny-atynymdy-aya-y-atlama-buldy-3629360

ИҒТИБАР! Ҡаршы күрһәтмәләр бар. Был мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында ғына бирелде. Алымды ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:
Читайте нас: