-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Япон бәшмәгенән сәй кеүәҫе

Уны сәй бәшмәге, сәй кеүәҫе, диңгеҙ бәшмәге, япон бәшмәге, сәй медузаһы тип тә йөрөтәләр. Сығышы менән Көнсығыштан, Японияла “котя-киноко” тип йөрөтәләр, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә “сәй бәшмәге” була.Тыштан, ысынлап та, ҙур медузаға оҡшаған: өҫ яғы шыма, ә аҫтан сәскәләнеп тора.

Япон бәшмәгенән сәй кеүәҫе
Япон бәшмәгенән сәй кеүәҫе

Ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Ҡытай сығанаҡтарында сәй бәшмәге беҙҙең эраға тиклем 250 йыл элек самаһы уҡ телгә алына. Ҡытайҙар уны “сәләмәтлек һәм үлемһеҙлек эликсиры” тип йөрөтә һәм ашты эшкәртеүгә һәм энергияны баланста тоторға ярҙам итә тип иҫәпләгән. Японияла ла был эсемлек бик популяр була. Рәсәйгә ул Ҡытайҙан килеп ингән, ахыры. Байкал аръяғында сәй кеүәҫе XIX быуатта уҡ тарала башлай. Уны ҡайһы бер ауырыуҙарҙан дауалау сараһы булараҡ ҡулланғандар. Ә XX быуат уртаһынан ул бик күп рәсәй кешеһенең яратҡан эсемлегенә әүерелә.

Шифалы үҙенсәлектәре
XX быуат уртаһында сәй бәшмәге менән ғалимдар ҡыҙыҡһына башлай. Улар был үҙенсәлекле бәшмәк­тә бик күп глюкон, лимон, һөт, һеркә, алма, койе кислотаһы, ферменттар, С, РР, В төркөмө витаминдары, шәкәр, кофеин һәм ниндәй­ҙер кимәлдә этил спирты булыуын асыҡлаған.
Иң беренсе булып Германияла уның шифалы үҙенсәлектәрен тикшергәндәр.
- Сәй бәшмәге төнәтмәһенең аш эшкәртеүҙе яҡшыртыуы, антибиотик үҙенсәлектәргә эйә булыуы, эс ҡатҡанда шифаһы тейеүе билдәле. Ундағы кислоталар, айырыуса койе менән глюкон кислотаһы ашҡаҙан, бауыр, үт ҡыуығы һәм эсәк ауырыуҙарынан файҙалы.
- Фән һәм тәжрибә дизентерияны һәм эсәк ауырыуҙарын бәшмәк менән дауалауҙың хәүефһеҙлеген һәм һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Төнәтмәнең шифалы йоғонтоһон көсәйтеү өсөн ярты стакан эсемлеккә 30 тамсы монгол сәйен (бадан) ҡушып, көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан 20 минут алда эсергә. Эс китеү туҡтағас, төнәтмәне эсеүҙе кәметергә, һуңынан тулыһынса туҡтатырға, ә бәшмәктең үҙен генә тағы ла бер аҙна эсергә.
- Үттең йыйылыуын кәметеү һәм үт ҡыуығынан ҡомдо ҡыуыу өсөн айына ике тапҡыр сәй бәшмәге менән тюбаж эшләргә була. Процедура алдынан туҡланыу рационынан бөтә итле-майлы ризыҡты, йомортҡаны, алкоголде һәм газлы эсемлектәрҙе алырға. Кискеһен ашамаҫҡа, бер стакан йылымыс төнәтмә эсеп, уң яҡҡа йылытҡыс һалып, бер сәғәттәй ятырға. Ошо ваҡытта бер нисә тапҡыр эсте эскә тартырға һәм ҡабартырға. Был ысул үт ҡыуығын тулыһынса бушатырға ярҙам итә. Аҙағынан бер стакан үлән төнәтмәһенә (һары мәтрүшкә, тырнаҡ гөлө, аҡ сәскә, шиңмәҫгөл) бер балғалаҡ бал ҡушып эсергә мөмкин.
- Ике-өс аҙна буйы даими рәүештә көнөнә өс тапҡыр ашар­ҙан алда яртышар стакан сәй кеүәҫен эсеү гипертония ауырыуының склеротик формаһы менән интегеүселәрҙең хәлен яҡшырта, ҡан баҫымын төшөрә, баш ауыртыуын еңелләштерә, атеросклероз менән яфаланыусы ололарға ла ыңғай тәьҫир итә.
Ҡарттарҙа гипертония булғанда иртән һәм кис 40 тамсы арыҫлан ҡойроғо төнәтмәһе ҡушып, яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. Йоҡоһоҙлоҡтан тағы ла 30 тамсы бөтнөк, бесәй үләне, ҡан үләне төнәтмәләре ҡушырға ярай.
Ҡанда холестеринды кәметеү өсөн сәй кеүәҫенә һарымһаҡ төнәтмәһе (1/3 стаканға 10 тамсы) ҡушып, өс ай буйы ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр эсергә.
- Сәй бәшмәге ҡан әйләнешен яҡшырта, аҡыл һәм физик әүҙемлекте күтәрә.
- Һалҡын тейҙереп ауырығанда хәлһеҙлекте бөтөрөү, баш ауыртыуын баҫыу өсөн төнәтмәне көнөнә 3 – 4 тапҡыр яртышар стакан эсергә. Тамаҡты йыш-йыш йылы төнәтмә менән сайҡатыу ангинаны һәм тонзиллитты дауалау ваҡытын 2 – 3 көнгә ҡыҫҡарта. Шулай уҡ стоматит булғанда ла ауыҙҙы сайҡатырға була.
- Подагра менән полиартриттан да өс ай буйы көнөнә ике тапҡыр берәр стакан бәшмәк төнәтмәһен эсеү ыңғай һөҙөмтә бирә.
- Дөйөм хәлһеҙлектән, депрессиянан сәй бәшмәге төнәтмәһенә 30 тамсы элеутерококк төнәтмәһе ҡушып эсәләр.
- Күптәргә сираҡтағы тиҙ генә уңалып бармаған йәрәхәт ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Бынан да бәшмәк ярҙам итә. Бының өсөн көнөнә ике тапҡыр яраны бәшмәк кеүәҫенә эт дегәнәге, имән ҡайырыһы, эхинацея төнәтмәһе ҡушып еүешләү ҙә етә.

https://ye102.ru/articles/zd/2017-07-12/yapon-b-shm-gen-n-s-y-ke-e-702908

 

Автор:
Читайте нас: