+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Үҙебеҙ кеүек күрәбеҙ»

Беҙ төрлөһөн күргән халыҡ, һәр нәмәгә ышанабыҙ, ҡай саҡ алданабыҙ, аҙаҡ йәнә ышанабыҙ. Төрлө сир-ауырыуҙарҙы дауалағанда был холҡобоҙ оторо көсәйә. Хәтерегеҙҙә булһа, бер заман Кашпировский, Чумактарҙы телевизорҙан йығылып ятып ҡараныҡ, торараҡ Хөсәйен табиптыр, Ләйсән табиптыр килеп сыҡты. Кемгәлер, бәлки, улар ярҙам да иткәндер. Беҙҙең районда ла халыҡ табиптары бар. Шуларҙың береһе - Ғәлим Миһранов. Беҙ ҙә әҙәм балаһы, төрлө сир-ғәләмәтебеҙ ҙә барҙыр, Аллам һаҡлаһын, сихыр ҙа юҡ түгелдер.

«Үҙебеҙ кеүек күрәбеҙ»
«Үҙебеҙ кеүек күрәбеҙ»
Ғәлим ағай тураһында редакцияға материал яҙып килтереүҙәре булды, һәр хәбәргә ырғып тора торған халыҡ булараҡ, ағайҙы үҙебеҙ барып күргебеҙ, һөйләшкебеҙ килде. Беҙ уның менән оҙаҡ ҡына һөйләштек, эстә йөрөткән, хатта үҙебеҙ ҙә белеп бөтмәгән серҙәр ҙә килеп сыҡты, ахыры.
- Һәр ваҡыт өшкөртөлөп, таҙарынып торор кәрәк. Был донъяла ниндәй генә кеше юҡ. Шул тиклем дә ҡара эслеләр, уңыштарыңа көнләшеүселәр ҙә етәрлек. Шулай уҡ күҙ тейеү тигән нәмә лә бар. Ҡайһы саҡ үҙебеҙ ҙә һиҙмәйбеҙ, нимәнәндер ныҡ ҡына итеп ҡурҡабыҙ, бигерәк тә, балалар. Был осраҡта борон-борондан килгән ҡот ҡойоу тураһында ла онотмаҫ кәрәк. Әгәр әсә кеше йөклө сағында нимәнәндер ныҡ ҡурҡҡан икән, ул балаһына ла күсә. Ҡот ҡойҙоңмо, кешенең эше алға китә, һаулығы ла нығый. Ҡот ҡойоуҙы ла төрлө кеше төрлөсә башҡара. Башҡорттарҙа был эште һәр ваҡыт ҡурғаш менән башҡарғандар. Ҡурғаш таҙа булырға тейеш, - тип ҡаршы алып, үҙе хәбәрен теҙә-теҙә Ғәлим ағай беҙгә сәй табыны әҙерләй башланы. Баллы, әллә күпме төрлө үләндән яһалған ҡуйы сәйе менән һыйланы ул беҙҙе.
- Ҡарайҙа уҡыным, тимерлектә үҫтем, сөнки атайым ғүмер буйы тимерлектә эшләне. Мин уның эшләгәнен яратып күҙәтә инем. Үҙем дә уҡыуҙы тамамлағас, иретеп йәбештереүсе һөнәрен алдым. Тәүҙә Таймаҫ совхозының «Үрнәк» бүлексәһендә, аҙаҡ пенсияға тиклем «Подземгаз»да эшләнем. Кешегә һаҡ (защита) кәрәк ул. Һәр кешенең күңел һаҡсыһы булырға тейеш. Хәҙер бына балалар көнө-төнө компьютер артында ултыра. Шунда теләһә ниндәй мультфильм, кино ҡарайҙар ҙа ҡурҡып үҫәләр. Шундай балаларға мотлаҡ рәүештә ҡот ҡойоу кәрәк. Мин үҙем кешегә ҡот ҡоям, һаҡ эшләйем, түлһеҙлектән дауалайым, эс күтәрәм. «Балыҡ тотоусы» балаларҙы, йәғни энурез менән яфаланған балаларҙы ла дауалайым. Дауалағаным өсөн бер ҡасан да хаҡ ҡуйғаным юҡ. Хаҡ ҡуйһаң, дөрөҫ булмай ул. Эсеү, тартыуҙан дауалап та тормайым, сөнки был ғәҙәттәрҙе башы булған кеше үҙе ташлай ала. Был насар ғәҙәттәр кешенең башына һалынған, ә мин башҡа теймәйем. Кешегә ҡарап, нимә уйлап ултырғанын да, үткәнен дә, киләсәген дә күрәм. Кешенең бөтә сирҙәрен үҙем аша үткәрәм. Ауыр сирлеләр, балалар менән эшләгәндән һуң, үҙемде бик насар тоям. Һыу эсер өсөн саҡ-саҡ шыуышып барып еткәнем бар. Балаларҙы ҡарауы бигерәк ҡыйын, бер бала урынына 10 оло кешене ҡарау күпкә еңелерәк, - тип һүҙен дауам итте Ғәлим Миһранов сәй табыны артында.
- Аллаға ышанаһығыҙмы?
- Аллаға ышанам. Атайым бала саҡтан беҙҙе Аллаға ышанырға өйрәтте. Ғүмерем буйы тиерлек газ менән эшләргә тура килде. Һәр саҡ эш алдынан кәрәкле доғаларымды уҡып ала торғайным. Шуны ла әйтке килә: бөтә сирҙәр ҙә ялҡаулыҡтан ул. «Болезнь» һүҙе «лень» һүҙенән алынған. Һәр ваҡыт ҡыуанып-шатланып йәшәргә кәрәк. Ҡояш тыуһа, шатлан. «Аллаға шөкөр» тигәнде әйтергә онотма. Ныҡ ҡурҡһаң, күҙ тейһә, кешелә яман шеш (рак) күҙәнәктәре күбәйә. Шулай уҡ кешелә ниндәйҙер сир 7 быуындағы гөнаһтарҙан да килә. Быларҙың барыһын да сисеп була, әлбиттә.
- Кәрт һалып, кешенең киләсәген дә әйтәһегеҙме?
- Кәрт һалыу ул мосолман кешеһе өсөн ярамаған эш. Дауалаусы мосолман кешеһе бөтөнләй кәрт һалырға тейеш түгел. Әммә беҙҙең халыҡта борондан ноҡот һалыу тигән нәмә бар. Ноҡот һалырға була. Ғөмүмән әйткәндә, кешенең киләсәген әйтергә ярамай. Әтеү ҡайһы бер күрәҙәселәр кешегә тиҙҙән үләһең тип тә әйтеп ҡуялар. Шулай тип әйткәс, кеше үҙен шуға көйләй бит инде. Берәү килгәйне, шуға 6 айҙан үләһең тигәндәр. Башыңдан бөтөнләй алып ташла ул һүҙҙе, тинем. Берәүҙең дә, бер кемгә лә ҡояшың һүнде, тип әйтергә хоҡуғы юҡ. Мин үҙем кешенең киләсәген күрәм, әммә бер ҡасан да әйтмәйем. Кешенең үҙенә лә, машинаһына ла, йортона ла һаҡ ҡуйып була. Кешеләрҙең күҙ тейеүен, сихырын сисеп, «защита» ҡуйып ебәрәм. Миңә килгән бер кешене лә кире бороп сығарып ебәрмәйем. Әгәр яман шеш ауырыуы ныҡ ҡына итеп тамыр йәйеп ебәрһә, был кешегә бер нисек тә ярҙам итеп булмай, шулай ҙа ундайҙарҙа ла йәшәүгә өмөт уятырға тырышам. Беҙҙең барыбыҙҙы ла өмөт йәшәтә бит. Тормошта төрлө мөғжизәләр ҙә булып тора. Кешенең ауырыуы менән ауырыйһың, ҡайғыһын да үҙең аша үткәрәһең, әммә кеше һауығып китһә, минең күңелде шундай шатлыҡ биләй, миңә байрам була. Миңә килгән кескәйҙәр ҙә үҙҙәренең өйҙәрендә кеүек иркен тоталар.
- Һеҙ үҙегеҙ табиптарға йөрөйһөгөҙмө?
- Минең өсөн ике генә табип бар: хирург һәм теш табибы. Шуларға ғына йөрөйөм. Дарыу эсергә, укол ҡаҙатырға яратмайым.
- Кешенең эше алға китһен өсөн берәй нәмә эшләп буламы?
- Эшләргә теләге булған кеше ауылда ла, ҡалала ла эшен таба ул. Ялҡаулыҡ көслө. Ауылда мал да, ҡош-ҡорт та тотмай, баҡса ла үҫтермәй йәшәгәндәр бар. Әлбиттә, үҙемә килгән кешеләрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булһын өсөн өшкөрәм, йортона, үҙенә, машинаһына «оберег» эшләйем. Яңы йорт алыр алдынан, ул өйҙө бындағы торған элекке хужаларҙың кире энергияһынан таҙартырға кәрәк. Хатта, бөтөн ауылды таҙартып була. Бына, мәҫәлән, беҙҙең ауылда, элегерәк кеше күп үлде, бер йылда әллә нисәмә һөлөктәй егет аҫылынып ҡуйҙы, балалар тыуыуҙан туҡтаны. Ауылға һаҡ ҡуйҙым, Аллаға шөкөр, алама күренештәр кәмене. Сабыйҙар коляскаһы этеп йөрөүселәр күбәйҙе. Сихыр-михыр менән шөғөлләнеүселәр бар икәнен онотмағыҙ. Ҡайһы кешегә Алла ла, мулла ла юҡ. Миңә ундай бер нисә кеше менән ныҡ ҡына һөйләшергә тура килде. Туҡтанылар былай. Уларҙың был алама эштәре үҙҙәренә кире ҡайта ул, шуны аңламайҙар. Хәҙерге заманда бигерәк ҡурҡыныс, һәр кемдең ҡулында телефон, урамда уҡ һине фотоға төшөрөп алып китәләр. Сихыр көслө донъяла, ҡай саҡ кеше табиптар буйлап эй йөрөй, эй йөрөй, тегеңә диагноз да ҡуя алмайҙар, ә кеше яйлап ҡына һулый. Сихыр тигәнгә күп кәрәкмәй, кешенең фотоһы ла етә. Шуға ла һәр әҙәм балаһының бар зәхмәттәрҙән һаҡланыр ҡалҡаны булырға тейеш. Кешенең генә түгел, машинаның, йәшәгән йорттоң һағын эшләргә кәрәк.
- Бөгөнгө заманда, интернет ныҡ үҫешкәндә, һәр кешенең фотолары менән социаль селтәрҙәрҙең биттәре тулған. В контакте, фейсбук, инстаграммға ла һаҡ ҡуйырға кәрәкме?
- Алдан әйтеүемсә, фотонан барыһын да эшләп була. Шуға күрә фотоларҙы ҡуйырға ярамай, бигерәк тә, балаларҙыҡын. Быны белгән кешеләр, ғәҙәттә фото ҡуймай, йәки фото төшкән саҡта ике ҡулын алға ҡуйып, устары менән эткән кеүек хәрәкәт эшләп төшә. Беҙҙең төп хатабыҙ — бар кешеләрҙе лә үҙебеҙ кеүек эскерһеҙ икән, тип уйлауыбыҙҙа. Кешегә ныҡ ышанабыҙ. Арабыҙҙа шундай аламалыҡ уйлап йөрөгән әҙәмдәр ҙә бар икәнен онотоп ебәрәбеҙ. Үрҙә әйткәнемсә, сихырланған кешеләрҙең сирен бер анализ да күрһәтә алмай. Уларҙы бер табип та дауалай алмай. Ҡурҡып ҡалған йәки күҙ тейгән балаларҙың да ни һаулығы, ни бәхете булмай. Шуға күрә үҙебеҙҙең халыҡ табиптарына барып, өшкөрөлөп, таҙарынып, һаҡ ҡуйҙырып йөрөргә кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ, балалар. Бына быуыны сыҡҡан кешене лә, табиптар дауалай алмай бит, ә халыҡ дауалаусылары шунда уҡ быуынын да, шулай уҡ мейеһен дә урынына ултыртып ҡуя. Халҡыбыҙҙа бындай дауалау ысулдары быуындан-быуынға күсеп килә. Минең ата-бабаларым да дауалау көсөнә эйә булған.
- Ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Ғәлим ағай!
 
14 АВГУСТ, 2019 ЙЫЛ.
""Юшатыр гәзите сайтынан - https://youshatir.ru/news/y-sh-yesh/2024-09-13/ebe-ke-ek-k-r-be-3928732
 
Автор:
Читайте нас: