-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йортҡа ҡот ҡойоу

Өй эсендә ниндәйҙер борсолоу, көсөргәнешлек тыуһа, хужалар тиҙ арыусан булып китһә, һауыт-һаба йыш ватылһа, бәхәс күбәйһә, йортҡа ҡот ҡоялар.

Йортҡа ҡот ҡойоу
Йортҡа ҡот ҡойоу

Өҫтәл өҫтөнә матур ғына тәрилкәгә йә һауытҡа һыу һалалар. «Фатиха», «Нәс», «Фәләҡ» сүрәләрен уҡып, ҡот ҡойоусы әбей ниәт әйтә: «Аллам, һинең ризалығыңдан был йортҡа ҡот ҡоям. Ризалығың, шәфҡәтең, бойороғоң менән минең эшем уң булһын!»
Өҫтәл тирәләй хужалар ултыра. Әбей, ҡурғашты ҡалаҡҡа һалып, утта иретеп тора, һамаҡлай:
– Ҡайт, ҡотом, ҡайт!
Фәлән йорттоң ҡото киткән,
Ҡот саҡырам, ҡот кәрәк!
– Ҡайт, ҡотом,
Ҡорайт, ҡотом!
Елдән китһәң – елдән ҡайт!
Һыуҙан китһәң – һыуҙан ҡайт!
Уттан китһәң – уттан ҡайт!
Ситтән китһәң – кире ҡайт!
Тел-теш үтһә,
Кире ҡайт!
Ҡайт, ҡотом, ҡайт!
Ҡорайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом!
Ишектән дә ин,
Тишектән дә ин,
Мөрйәнән дә ин,
Тәҙрәнән дә ин!
Ҡайт, ҡотом, ҡайт! – тип әйткәс, ҡурғашты (балауыҙ булыуы ла мөмкин) һыуға һалып ебәрә. Шыж-ж-ж итеп ҡалғандан һуң һыуҙа бер һын хасил була: эт, бесәй, кеше һ.б. Артабан шулай матур ғына, йомро ғына булып төшкәнсе, ҡотто саҡырып, өс тапҡыр ҡурғаш ҡоялар. Төшмәһә, өс көндән тағы ҡабатлайҙар. Йомро йәки йөрәк рәүешендә төшкән ташты өй диуарына, ҡибла яғына эләләр.

"Башҡортостан ҡыҙы" сайтынан

Автор:
Читайте нас: