Пандемия ваҡытында ул апай бөтөнләй күренмәне. Аҙаҡ күрһәм – бөтөнләй икенсе кеше. Тулыланған, йәшәреп киткән, күҙҙәр яна.
“Йүнәлдем бит мин, йүнәлдем! Халыҡ медицинаһы ысулын өйрәткәйнеләр. Ярты йыл тигәндә кеше булдым. Әле лә ваҡыты-ваҡыты менән профилактика өсөн эсәм”, - тине.
Шулай итеп,
50 г гөлбаҙран сәскәһен (пижма),
30 г әрем үләнен,
30 г ҡәнәфер(гвоздика) бөртөктәрен термосҡа һалабыҙ.
Уның өҫтөнә ҡайнап торған бер литр һыу ҡоябыҙ. 3-4 сәғәт тотабыҙ. Ошо төнәтмәне 2 аҙна иртәле-кисле 200 мл эсәбеҙ.
Гүзәл С.