+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

50 ауырыуға дауа булыр сәй

50 ауырыуға дауа булыр сәй, ул хатта паразиттарҙы ла үлтерә, организмды шлактан таҙарта! Ни бары 5 ингредиенттан торған сәй күп кенә ауырыуҙарҙы бөтөрә ала. Шул иҫәптә иҫәрлелек, инфекциялар, рак һәм башҡалар.

50 ауырыуға дауа булыр сәй
50 ауырыуға дауа булыр сәй

Сәй рецебын яҙып алығыҙ:
1.Куркума
Хәҙерге ваҡытта куркуманың дауалау үҙенсәлектәре ярайһы уҡ популяр. Куркумин берләшмәһе шешеүҙе кәметә, яман шеште иҫкәртә һәм йөрәк һаулығына булышлыҡ итә.

2.Имбирь
Имбир аш һеңдереү һәм мигрень менән бәйле проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Ул шулай уҡ шешеүгә ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә һәм яман шеш кеүек үлемгә алып барған ауырыуҙар менән көрәшергә ярҙам итә.

3.Дәрсен (Корица)
Азия илдәрендә был тәмләткестәр ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеү һәм һалҡын тейеү, грипп һәм ҡоҫҡо кеүек вирус инфекцияларын дауалау өсөн киң ҡулланыла.

4.Кардамон
Әгәр һеҙ тромбтарҙан тәбиғи рәүештә ҡотолорға уйлаһағыҙ, кардамон ҡулланығыҙ. Был артерияларҙың стеналарын таҙа тоторға ярҙам итә һәм организмда ҡандың дөрөҫ әйләнешен тәьмин итә. Ул шулай уҡ организмдан бөйөрҙәр аша ҡалдыҡтарҙы бөтөрөргә ярҙам итә.

5. Бал
Бал шулай уҡ планетаның иң файҙалы ризығы тип атала. Ул сәйгә тәм бирә һәм организм өсөн энергия сығанағы булып тора, иммун системаһын нығыта.

Рецепт:
имбирь — ½ аш ҡалағы.
корица — ½ аш ҡалағы.
куркума — 1/6 балғалаҡ.
кардамон — 1 семтем
вода — 500 мл
мёд — 1 балғалаҡ

500 мл һыуҙы һүрән утта ҡайнатабыҙ һәм ярты аш ҡалағы имбир һәм дәрсен төшөрәбеҙ.
Унан 1/6 балғалаҡ куркума менән 1 семтем кардамон ҡушып яҡшылап болғатабыҙ.
Йәнә һыуҙы, хәҙер инде сәйҙе 5-10 минут ҡайнатабыҙ.
Унан һөҙөп, 1 балғалаҡ бал өҫтәйбеҙ.

Был сәйҙе көн дә иртәнсәк эсегеҙ. Шул саҡ һеҙ һәр ваҡыт һау-сәләмәт булып ҡаласаҡһығыҙ

Сәләмәт булығыҙ!

Башдонъя

Автор:
Читайте нас: