250 мл һыу, 50 г һоло көрпәһе, 100 мл әфлисун һуты, 1 аш ҡалағы иҙелгән сәтләүектәр, 1 аш ҡалағы бал, тәменә ҡарап дәрсен (корица) алына.
Һоло көрпәһе менән һыуҙан бутҡа бешерегеҙ. Унан һыуытырға ҡуйығыҙ.
Шул арала әфлисун һуты менән дәрсенде (корицаны) бал менән сәтләүекте ҡушып болғатығыҙ.
Был ҡушылманы һоло бутҡаһына ҡушығыҙ ҙа блендер аша үткәрегеҙ.
Был коктейль организм өсөн мөһим матдәләргә бай.
Ике аҙнанан үҙегеҙҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе тойорһоғоҙ.