+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лавр сәйҽ файҙаһы тураһында

Ашҡаҙан насар эшләгәндә, бауырға май ултырғанда, күрем ваҡытында тән тартышҡанда, ҡанда шәкәр күләме күбәйгәндә, тире инфекциялары ыҙалатҡанда, баш ауыртҡанда, ҡан баҫымы юғары күтәрелгәндә, эскә газ йыйылғанда, артрит, подагра, ревматизм сирҙәре һыҙландырғанда, ҡоро йүтәлде дауаларға кәрәк булғанда лавр япрағынан сәй йәки сироп ярҙам итә.

Лавр сәйҽ файҙаһы тураһында
Лавр сәйҽ файҙаһы тураһында

Сәй әҙерләү өсөн өс лавр япрағы һәм бер литр ҡайнар һыу алына. Япраҡҡа бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, һауыттың өҫтөн ҡаплап, ун минут ултыртып торорға. Сәйҙе көн дауамында өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Дауаланыу ваҡыты - өс аҙна. Артығын ҡулланған осраҡта ашҡаҙан елһенә, йоҡо баҫа. Ә ауырлы һәм балаимеҙгән ҡатындарға был сәйҙе бөтөнләй эсергә ярамай.

Сироп өсөн иһә 150 миллилитр һыу, алты бөртөк лавр япрағы, алты ҡалаҡ һоро шәкәр йәки бал, бер лимон кәрәк. Ҡайнар һыуға лавр япрағын һалып, һауыттың ҡапҡасын япҡан көйө алты минуттай ҡайнатып алырға һәм һыуытырға. Лавр япрағын алып ташлап, төнәтмәне быяла банкаға ҡойорға ла шәкәр ҡомо йәки бал, бер лимондың һутын һығып, барыһын бергә яҡшылап болғатырға. Сиропты көнөнә өс-биш тапҡыр берәр ҡалаҡлап ҡына эсергә. Төнәтмә һыуытҡыста өс-дүрт көн һаҡлана.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас: