Әҙерлек: ҡабаҡты йыуып киптерәһең. Һабы булған ерен уйып алаһың да ҡалаҡ ярҙамында эсен орлоҡтарҙан һәм йомшағынан таҙартаһың. Бик артыҡ соҡоп та ташламағыҙ, әҙерәк йомшаҡ еренең булыуы ла кәрәк. Ә орлоҡтарын барыһын да алыу кәрәк.
Эсенә ауыҙына 5 см ҡалырлыҡ итеп бал һалабыҙ ҙа ҡабаҡты ҙур һауытҡа ултыртабыҙ. Ултырған ваҡытта ҡабаҡ һут бүлеп сығара башлай.
Күпме тоторға һуң?
Ҡабаҡты ҡараңғы урында 7-8 көн бүлмә температураһында тоторға кәрәк. Мөһим: ҡабаҡ һут ағып төшәсәк һауытта ғына ултырырға тейеш. Ваҡыт ваҡыт менән уны тулыу-тулмауға тикшереп торорға кәрәк. Кәрәк булһа, һауытты алыштырырға.
Ҡапҡасын алған ере күгәрергә мөмкин. Зыян юҡ, һутты беҙ ҡабаҡтың төбөнән ағыҙасаҡбыҙ, тимәк, файҙалы һәм туҡлыҡлы һут зыян күрмәйәсәк.
Әгәр балға аллергия икән, уны шәкәр менән алыштырырға була. Эш барышы шулай уҡ.
Нимәнән файҙалы һуң ҡабаҡ майы?
Көн дә әҙләп кенә ҡабул иткәндә ҡабаҡ майы түбәндәге проблемаларҙы юҡҡа сығарасаҡ: