Тәү ҡарамаҡҡа бик сәйер күренгән был ысулды бик күптәр инҡар итер. Әммә тире һәм умыртҡа һөйәген дауалау өсөн тап ошо ике әйбер етә лә инде.
Умыртҡа һөйәгенең ауыртыуына зарланмаған кеше һирәктер, моғайын. Күп кенә дарыуҙар ярҙам итмәү генә түгел, хатта зыянлы ла булыуы ихтимал. Был ысул ысындан да ярҙам итәсәк. Нисекме?
Бының өсөн ҡарараҡ төҫтәге быяла шешә лә кәрәк була. Йода менән глициринды бер үк миҡдарҙа алығыҙ һәм яҡшылап бутағыҙ. Унан әҙерләп ҡуйған шешәгә ҡойоғоҙ. Дарыу әҙер. (Шешә ҡояш нурын үткәрмәҫкә тейеш. Авт.)
Мамыҡты әҙер ҡатнашмаға манып алығыҙ һәм арҡағыҙға тулыһынса һөртөгөҙ. Ә бына умыртҡа һөйәгенә был ҡатнашманы һөртөргә ярамай. Файҙаһын күрмәҫһегеҙ. Йәғни ауыртҡан урындың тирә-яғын ғына эшкәртер кәрәк булыр. Был радикулиттан да ярҙам итер. Әйткәндәй уны шулай уҡ ыуырға ла ярамай. Ни бары мамыҡ ярҙамында ипләп кенә һөртөү кәрәк. Унан йылы юрғанға төрөнөп йоҡлап алығыҙ. 15 көн дауамында ошолай һөртөнөп ятҡанда ауыртыуҙан һәм һыҙланыуҙан ҡотолоп ҡалмаҫһығыҙ, һауығырһығыҙ ҙа.
Эльмира Киеккужина.