-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аяҡҡа баҫтырыу көсөнә эйә

Был һуттың файҙаһы бик ҙур.

Аяҡҡа баҫтырыу көсөнә эйә
Аяҡҡа баҫтырыу көсөнә эйә

Был һутты яман шештән яфа күреүселәргә тәҡдим иткәндәр, сөнки ул көс-хәл индерә, иммунитетты күтәрә, ҡан составын яҡшырта ала. Һутты әҙерләү ҡатмарлы түгел, тик тәме генә оҡшамаҫҡа мөмкин. Ә ыңғай һөҙөмтә өсөн уныһына ғына түҙергә була.

Сөгөлдөр менән кишер һуты. Уны электән химия терапияһы алған ауырыуҙарға тәҡдим иткәндәр. Әлбиттә, сирҙе иҫкәртеү, һаулыҡты нығытыу өсөн дә һутты ҡулланыу ҡамасауламаҫ. Үҙегеҙҙә тиҙ арығанлыҡ һиҙһәгеҙ, оҙайлы күңел төшөнкөлөгөндә булһағыҙ, әлеге эсемлек ярҙамға килер.

Һутҡа тағы бер нисә ингредиент ҡушып, ҡатмарландырып ебәрергә мөмкин.

Бер кг сөгөлдөр, бер лимон, ярты кг кишер, өс әфлисун, өс алма, бер кг бал.

Әҙерләү: бөтәһен бергә блендерҙа ваҡлағас, ҡыҙғылт төҫтә ҡуйыраҡ эсемлек барлыҡҡа килә. Был һутты (марля аша һөҙөргә мөмкин) иртән ас ҡарынға ярты стаканлап эсеү кәңәш ителә - оҙаҡламай һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһалғаны һиҙелер. Артығын һалҡында быяла һауытта һаҡларға кәрәк. Сәләмәт булайыҡ!

Әлбиттә, һәр осраҡта ла табип менән кәңәшләшеү зарур.

Автор:
Читайте нас: