+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үләнле мунса

Хәтирәләр һандығынан

Үләнле мунса
Үләнле мунса

Үләнле мунсаның үҙ мәле булған. Борон үләнле мунсаны ер йылынғас (ергә бер нәмә лә түшәмәйсә ултырып булыр мәлдә) май аҙаҡтары – июль айҙарында ингәндәр. Йылға ярында таштан мейес буралған. Мейес көн оҙонына ныҡ ҡына яғылған. Ошо ҡыҙған мейес өҫтөнә өс аяҡ (бер-береһенә бәйләнгән өс һайғау) ултыртылған. Өс аяҡты яҡшылап турпыша(ҡалын туҡыма) йә кейеҙ, йә септә (йүкәнән эшләнгән япма) менән төтөнлөк ҡалдырып ҡаплағандар. Таш тирәләп кәрәкле үлән түшәп, сирлене шул мунсала тотҡандар. Үләне лә, мунсала ултырыу ҙа сирҙең төрөнән торған. Әйтәйек, тын юлдары сирле ауырыуға ылыҫлы ағас түшәгәндәр һәм сирек ваҡыт тотҡандар, быуындары һыҙлаған кешегә өс төрлө уҫаҡтан йыйып алған япраҡты көн ҡыҙыуында тотоп, быҡтырып, шунда бер сәғәттәй ултыртҡандар. Йүткергән кешеләрҙе таң һарыһынан, ысыҡ кипмәҫ борон, кеше аяғы баҫмаған ерҙән сабып алған үлән быуында ике сәғәттәй тотҡандар. Ғөмүмән, үләнде тапанды урындан йыйырға ярамаған. Дауалау урынына, киреһенсә, зәхмәт ҡағылыуы бар, тип иҫәпләгәндәр. Һәр үләнде йыйыуҙың да үҙ мәле булған. Мәҫәлән, ҡайын япрағын май уртаһынан июнгә тиклем арауыҡта, мәтрүшкәне июлдә, андыҙҙы августа йыйғандар. Ныҡ көслө сирлеләрҙе үләнле соҡорға (соҡор ҡаҙылып, шунда ут яғып, унан эҫе соҡорға үләнде һалып) ултыртып, бер сәғәттәй тотоп, унан яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә төргәндәр.Үләнде мотлаҡ ай тамамланған мәлдә йыйғандар, был ваҡытта, юрау буйынса ауырыу ҙа һис шикһеҙ бөтөргә тейеш тигән мәғәнә һалынған. Аяҡ, ҡул быуындарын дауалау өсөн май айында, үләндең әле генә сыҡҡан сағында, ете төрлө үлән йыйып, быҡтырып, шуға ултыртҡандар. Үлән төнәтмәһен ҡырмыҫҡа иләүе менән сиратлап ҡулланғандар. Бының өсөн икенсе мунсаға ҡырмыҫҡа иләүен тоҡҡа тултырып алып ҡайтып, уны берәй һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойғандар. Ҡырмыҫҡа иләүенең майы өҫкә сыҡҡан. Һыуына төшкәс, ике сәғәткә яҡын ултыртҡандар. Йыуынғас бер аҙ баҫырынып ятырға, тирләргә кәрәк. Был процедураларҙан һуң ете көн ел һуғыуҙан һаҡланыу мотлаҡ булған. Ел тейһә, дауалауҙың бер ниндәй ҙә файҙаһы булмаясаҡ, киреһенсә, тағы ла ныҡлап сирләп, өҙлөгөп ҡуйыу ҡурҡынысы янай.
Һәр үләнде йыйыу тәртибе булған: иртәнсәк сәскәһе асылғандарын – иртәнге яҡта, төшкә ҡарай уянғандарын – төштән һуң. Иң мөһиме: уларҙы дөрөҫ киптереү мөһим. Бөтәһен бер ерҙә киптереү төптө хата һаналған. Һәр үләндең үҙ тәғәйенләнеше бар, уларҙы бергә ҡушыу дарыу урынына ағыу яһауға тиң.

https://kitaplong.ru/grassbath_bash

 

Автор:
Читайте нас: