+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайҙа ҡайын еләге, ҡайҙа турғай еләге тиҙәр уны...

Ҡайын еләгенең шифалы үҙенсәлектәре һанап бөткөһөҙ.  Беренсенән, йөрәк-ҡан тамырҙары  эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Юғары ҡан баҫымынан, атеросклероздан  уны күпләп ашарға кәңәш итәләр. Шулай уҡ ул ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итә. Организмға кальций етмәгәндә лә ҡайын еләге ашарға кәрәк. Уның емеше генә түгел,  япраҡтары ла, һабағы ла, тамыры ла бик файҙалы. 

Ҡайҙа ҡайын еләге, ҡайҙа турғай еләге тиҙәр уны...
Ҡайҙа ҡайын еләге, ҡайҙа турғай еләге тиҙәр уны...

Ҡайын еләге башҡа еләктәрҙән үҙенең хуш еҫле булыуы менән дә айырылып тора.  Уның составында  тимер сливаға ҡарағанда – ике тапҡырға, ә виноградҡа ҡарағанда 40 тапҡырға күберәк. Ә   кальций күләме буйынса ул бөтә-еләк емештәр араһында беренсе урында килә. 

Ҡайын еләге аскорбин кислотаһына бай булыуы менән дә әһәмиәтле. 100 г яңы өҙөлгән еләктә  бөтәһе  120 мг  сакорбин кислотаһы булыуы мөмкин.  Әммә С витаминынан тыш, унда В1, В2, РР витаминдары, каротин, фолий кислотаһы ла күп. Микроэлементтарға, минераль тоҙҙарға, пектин матдәләренә  бай булыуы менән дә сәләмәтлек өсөн файҙалы.

 

Ул аш эшкәртеү процесын, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләй. Ашҡаҙан,бөйән сей яраһынан, эс ҡатыуҙан, геморройҙан һәм глисталарҙан файҙаһы бар.  Ашҡаҙан һәм бәүел ҡыуыу юлдары ялҡынһынғанда уның  емешен файҙаланалар. Һанай китһәң, уның бик күп ауырыуға ҡаршы ҡулланырға мөмкин. Ҡалҡан биҙе сирҙәренә ҡаршы ла, быуындар һыҙлауынан да,  бөйөр ауырыуҙарына ла, диабеттан да,  анемиянан да, матдәләр алмашыныуы боҙолоуынан да, диатезды, подаграны, циститты дауалауҙа ла шифаһы тейә.

Дауаланыу өсөн уның еләгенән, япрағынан, тамырынан төнәтмә әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, кипкән емешенән төнәтмә әҙерләү өсөн 4 ҡалаҡ емешкә 500 мл ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ тоторға. Уны көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә мөмкин.

Яңы өҙөлгән япрағын яраға, ҡырҡылған, һыҙырылған урынға, геморройға ябалар. Киптерелгән һабағынан һәм япраҡтарынан шифалы сәй әҙерләйҙәр. Асыҡланыуынса, ҡайын еләге япрағы ҡан баҫымын  төшөрә, йөрәк тибешен яйға һала, ҡан тамырҙарын киңәйтә. Ул шәкәр диабетынан, бронхиаль астманан, гастриттан, бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан, бауырҙағы, бөйөрҙәге таштарҙан файҙалы.

Уны әҙерләү өсөн  50 г үләнгә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә.  Әҙер төнәтмәне  көнөнә өс тапҡыр 150 г эсергә.

  Ҡайын еләгенең тамыры  дубиль матдәләргә һәм алколоидтарға бай булыуы менән әһәмиәтле. Уның төнәтмәһен организмды, ҡанды таҙартыу өсөн эсәләр. Шулай уҡ бауыр, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур. Теш ҡаҙнаһын нығытыу өсөн уның төнәтмәһе менән ауыҙҙы сайҡаталар.

Уны әҙерләү өсөн  бер балғалаҡ киптерелгән, ваҡланған еләк тамырына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 – 30 минут төнәтергә.

Иҫкәрмә! Ҡайын еләге көслө аллерген  һанала. Шуға күрә тәндә сабыртма барлыҡҡа килеп, ҡысыта икән, уны ҡулланыуҙы туҡтатырға кәрәк. Күптәр уны ас ҡарынға ашай алмай. Шуға күрә ҡаймаҡ, һөт ҡушып ашарға кәңәш ителә.

Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас: