+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Асуташ-әсеүташ

Ауырыған ваҡытта өләсәй әллә ҡайҙан сығарып әсүташ онтағын ялаттыра торғайны. “Телеңде генә тейҙереп ал әле”, – ти ул. Тоҙға ла тартым, әммә бер аҙ ауыҙ эсен ҡурыштырып ебәргән “дарыу” төкөрөк менән ҡушылып эсәктәргә төшөп киткән һымаҡ була, тән буйлап тарала. Телде тейҙереү менән ҡорт саҡҡандай һикереп китә инек тә башты сайҡай-сайҡай йүгерергә тотона инек. Тәмһеҙ бит! “Әммә шифалы!” – тип йылмая өләсәй.

Асуташ-әсеүташ
Асуташ-әсеүташ

Бала саҡ дауаһы - әсүташ!

Стоматит, грипп ваҡыттарында был таш онтағы мөғжизәүи тәьҫир итә. Иртәгәһенә үк тел таҙара, теш ҡаҙнаһы ялҡынһыныуҙан туҡтай. Русса ул “квасцы жженые” тип атала һәм әле лә аптекаларҙа һатыла. Тәғәйенләнешендә аяҡ ныҡ тирләүгә ҡаршы ҡулланыла, еҫен бөтөрә, тиелгән. Тәбиғи антисептик инде ул.

Теш ҡаҙнаһының шешен ҡайтарыуы ла билдәле. Һытҡы сығып йонсотҡанда ла әсүташ онтағын иҙеп һөртөүҙәре билдәле. Тире таҙарып ҡала. Оҙаҡ төҙәлмәй йонсотҡан яраны йыуып, асүташ онтағы һипһәгеҙ, яра тиҙ бөтәшеүе мәғлүм.

Тура тәғәйенләнеше буйынса ҡултыҡ аҫтын, табанды уның онтағын һыуға иҙеп һөрткәндә, артыҡ тирләп йонсомайһың икән. Бик көслө булыуы ихтимал, шуға самаһын белеп кенә ҡулланығыҙ.

Борон ата-бабалырыбыҙ тәбиғи ысул менән дауалаған. Ә һеҙ ниндәй шифалар хаҡында беләһегеҙ? Икенсе юлы таҙартылған көкөрт тураһында һөйләрмен. Уның мөғжизәүи көсөн беләм. Уны тап халыҡ табиптары әйтеүе буйынса ҡулландым һәм уның ни ҡәҙәрем файҙалы булыуын үҙемдә тойҙом.
 
 
Гөлназ БАЙСАРИНА (Учалы районы): Тешкә коронка ҡуйҙырғайным, шуның әллә нимәһе килешмәне. Коронка аҫтындағы теш ҡаҙнаһы елһенеп, шешеп китте, эренләгәндәй ҙә кеүек. Ҡалаға барғанда дарыу­хананан метрогил дента һатып алдым. Инде сығыр саҡта витриналағы “Квасцы жженые” тигән яҙыулы ҡап күҙемә эләкте. Фармацевҡа, был препарат таныш кеүек тойоласы, тигәйнем, һуң, элекке, беҙ бала саҡтағы асуташ бит, ти. Һатып алдым шуны ҡыҙыҡ күреп. Элек ни помада кеүек формала ине, әле онтаҡ рәүешле, ҡаптың тышына, тирләүгә ҡаршы ҡулланыла, тип яҙылған.
Ҡайтҡас, теш ҡаҙнаһына гель һөртәм-һөртәм, ярҙамы теймәй. Көндөҙ артыҡ беленмәй, ятһам, һулҡылдап һыҙлай. Аптырағандың көнөнән бер төн уртаһында шул асуташ (әсеүташ) онтағын ауыртҡан ергә ышҡыным. Бермә-бер килеште лә ҡуйҙы, һыҙлауы баҫылып, тынысланып йоҡлап киттем. Ике көндә теш ҡаҙнаһының шешен ҡайтарҙы. Дауаһы ныҡ килеште.
Бынан башҡа ла асуташтың ярҙамы тейҙе. Улымдың арҡаһына һыт­ҡы­лар сығып ҡаңғыртҡайны. Асуташ онтағын сылатып шул һытҡыларға һөртә торғас, баламдың арҡаһы таҙарып ҡалды. Стоматитты ла асуташ менән бөтөрҙөк. Баҡсала бу­лыш­ҡанда быяла ярсығына бармаҡты ҡырҡҡайным, йәһәт кенә яраны йыуып, асуташ онтағы һиптем – бик тиҙ төҙәлде. Тура тәғәйенләнешендә лә файҙаланабыҙ: ҡултыҡ аҫтын, табанды онтаҡ менән ыуалағанда, артыҡ тирләп йонсомайһың. Бәлки, минең кәңәш берәйһенә ярар, асуташ тағы кемгәлер килешер. Хаҡы ҡиммәт түгел, ә файҙаһы бик ҙур.
Асуташ-әсеүташ
Асуташ-әсеүташ
Автор:
Читайте нас: