+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күҙгә файҙалы төнәтмә

Был төнәтмә күҙ ауырыуҙарынан (күреү һәләтен арттыра), катарактаны бөтөрә, глаукома, күҙ йәшләнеүенән, алыҫтан һәм яҡындан күрмәгәнлектән дауалай. 

Күҙгә файҙалы төнәтмә
Күҙгә файҙалы төнәтмә

Рецебы ла ябай ғына. Пәйғәмбәр тырнағы (календула) менән ҡылыс үлән (аир) тамырын төнәтеү кәрәк.

Заман афәтеме, әллә өҫтөнлөгөмө — заман кешеһенең өҫтәлендә йә компьютеры, йә ноутбугы, йә башҡа төрлө гаджеты була. Уның уңайлыҡтар менән бер рәттән кире яҡтары ла бар. Ул — күҙҙәргә зыян.
Шуға ла был яҙмала беҙ һеҙгә күреү һәләтен яҡшырта торған һәм, шулай уҡ, ҡан, лимфа тамырҙарын таҙарта торған төнәтмәне тәҡдим итәбеҙ.
Әйткәндәй, был үләндәрҙе аптеканан да һатып алырға мөмкин.
Төнәтмәне әҙерләп алыу — бер булһа, ә бына сабырлыҡ туплау — тағы ла мөһимерәк. Был төнәтмәне бер йыл дауамында эсер кәрәк.

Бер ус календулаға ошондай уҡ күләмдә ҡылыс үләне тамыры алына. Әҙер үләндәр өҫтөнә ярты литр араҡы ҡойоп, ҡараңғы урында ике аҙна һаҡларға. Мәле-мәле менән сайҡатып торорға ла онотмағыҙ.
Әҙер төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан ярты сәғәт алдан берәр балғалаҡ эсер кәрәк.
Тулы дауалау курсы бер йылға һуҙыла. Ошо ваҡыт эсендә 4 шешә кәрәк була. Уны алдан уҡ әҙерләп ҡуйырға ла мөмкин. Ни тиклем оҙағыраҡ торһа, шул тиклем файҙалыраҡ була.
1 шешә 2 айға етә. Унан 1 ай тәнәфес эшләргә кәрәк. Ошо рәүешле 4 шешәне лә эсеп бөтөргә мөмкин.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

https://aulut.ru/articles/novosti/2023-02-03/k-g-fay-aly-t-n-tm-3129486?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154015572

 

Автор:
Читайте нас: