+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорттарҙа үлән менән дауалау мунсаһы

Борон-борондан мунса йыуыныу ғына түгел, ә тотош бер йола башҡарыла торған ер булған.

Башҡорттарҙа үлән менән дауалау мунсаһы
Башҡорттарҙа үлән менән дауалау мунсаһы

Башҡорттар борон-борондан алып үлән менән дауалау серҙәрен белгән, үләндәр бүлеп сығарған фитонцидтар кешенең физик һәм психик торошона яҡшы тәьҫир итеүен аныҡ тойған. Йылыға күҙәнәктәр асылыуын һәм организмға үләндәрҙең дауалау көсөнөң тиҙерәк үтеп инеүен, һөҙөмтәлә әселәндереү процесының, матдәләр алышыныуының көсәйеүен, күпләп тир бүленеп сығыуы организмды шлактарҙан таҙартыуын, бөйөр эшмәкәрлеге еңеләйеүен, эске ағзаларҙа ҡан йөрөшө тығынына юл ҡуйылмауын һәм ҡан әйләнеше яҡшырыуын – үләнле мунсаның, тәбиғәттең һаулыҡ өсөн ҙур бүләген оҫта файҙаланған.

Хәтирәләр һандығынан:
Үләнле мунсаның үҙ мәле булған. Борон үләнле мунсаны ер йылынғас (ергә бер нәмә лә түшәмәйсә ултырып булыр мәлдә) май аҙаҡтары – июль айҙарында ингәндәр. Йылға ярында таштан мейес буралған. Мейес көн оҙонына ныҡ ҡына яғылған. Ошо ҡыҙған мейес өҫтөнә өс аяҡ (бер-береһенә бәйләнгән өс һайғау) ултыртылған. Өс аяҡты яҡшылап турпыша(ҡалын туҡыма) йә кейеҙ, йә септә (йүкәнән эшләнгән япма) менән төтөнлөк ҡалдырып ҡаплағандар. Таш тирәләп кәрәкле үлән түшәп, сирлене шул мунсала тотҡандар. Үләне лә, мунсала ултырыу ҙа сирҙең төрөнән торған. Әйтәйек, тын юлдары сирле ауырыуға ылыҫлы ағас түшәгәндәр һәм сирек ваҡыт тотҡандар, быуындары һыҙлаған кешегә өс төрлө уҫаҡтан йыйып алған япраҡты көн ҡыҙыуында тотоп, быҡтырып, шунда бер сәғәттәй ултыртҡандар. Йүткергән кешеләрҙе таң һарыһынан, ысыҡ кипмәҫ борон, кеше аяғы баҫмаған ерҙән сабып алған үлән быуында ике сәғәттәй тотҡандар. Ғөмүмән, үләнде тапанды урындан йыйырға ярамаған. Дауалау урынына, киреһенсә, зәхмәт ҡағылыуы бар, тип иҫәпләгәндәр. Һәр үләнде йыйыуҙың да үҙ мәле булған. Мәҫәлән, ҡайын япрағын май уртаһынан июнгә тиклем арауыҡта, мәтрүшкәне июлдә, андыҙҙы августа йыйғандар. Ныҡ көслө сирлеләрҙе үләнле соҡорға (соҡор ҡаҙылып, шунда ут яғып, унан эҫе соҡорға үләнде һалып) ултыртып, бер сәғәттәй тотоп, унан яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә төргәндәр.Үләнде мотлаҡ ай тамамланған мәлдә йыйғандар, был ваҡытта, юрау буйынса ауырыу ҙа һис шикһеҙ бөтөргә тейеш тигән мәғәнә һалынған. Аяҡ, ҡул быуындарын дауалау өсөн май айында, үләндең әле генә сыҡҡан сағында, ете төрлө үлән йыйып, быҡтырып, шуға ултыртҡандар. Үлән төнәтмәһен ҡырмыҫҡа иләүе менән сиратлап ҡулланғандар. Бының өсөн икенсе мунсаға ҡырмыҫҡа иләүен тоҡҡа тултырып алып ҡайтып, уны берәй һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойғандар. Ҡырмыҫҡа иләүенең майы өҫкә сыҡҡан. Һыуына төшкәс, ике сәғәткә яҡын ултыртҡандар. Йыуынғас бер аҙ баҫырынып ятырға, тирләргә кәрәк. Был процедураларҙан һуң ете көн ел һуғыуҙан һаҡланыу мотлаҡ булған. Ел тейһә, дауалауҙың бер ниндәй ҙә файҙаһы булмаясаҡ, киреһенсә, тағы ла ныҡлап сирләп, өҙлөгөп ҡуйыу ҡурҡынысы янай.
Һәр үләнде йыйыу тәртибе булған: иртәнсәк сәскәһе асылғандарын – иртәнге яҡта, төшкә ҡарай уянғандарын – төштән һуң. Иң мөһиме: уларҙы дөрөҫ киптереү мөһим. Бөтәһен бер ерҙә киптереү төптө хата һаналған. Һәр үләндең үҙ тәғәйенләнеше бар, уларҙы бергә ҡушыу дарыу урынына ағыу яһауға тиң.
 
Боронғоларҙың: "Сабынған көндә ҡартаймайһың", – тигән әйтеме бар. Мунсаның йоғонтоһо ныҡ көслө. Тотош организмға файҙаһы булыуҙан тыш, мунса инеү төрлө сир-сырхауҙан да арындыра. Әммә һәр үләндең серен белеп, миндектең төрөн дөрөҫ һайлап ҡына кәрәкле эффектҡа өлгәшергә була.
 
Үләнле мунсаның файҙаһы:
Тын юлдарын таҙарта, һауыҡтыра матдәләр алмашыуын көсәйтә, ябыҡтыра, мускулдарҙың тартышыуын бөтөрә, быуындар һыҙлауынан ярҙам итә, нервы системаһын нормалләштерә, йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, депрессиянан, күңел бошонҡолоғонан ҡотолорға ярҙам итә. Ҡан әйләнешен һәм лимфаны яҡшырта.
Организмдағы артыҡ шыйыҡлыҡты сығарып, шешенеүҙе кәметергә булышлыҡ итә.
 
Үләндәрҙе әҙерләү һәм ҡулланыу:
Башлыса үләндәрҙе сәскә атҡан мәлендә, иртәнге сәғәттәрҙә, ҡоро көндә йыялар. Үләндәрҙе һалҡын, еләҫ ерҙә элеп киптерәләр. Әлбиттә, ҡағыҙға йә сепрәккә лә һалырға була, тик был осраҡта уларҙы әйләндереп, болғап, аҫтындағы япманы алыштырып торорға кәрәк. Кипкән үләндәрҙе сепрәк моҡсайҙарҙа һаҡлау яҡшыраҡ. Һәр моҡсайҙы яҙып, билдәләп ҡуйыу һәр береһен асып, кәрәкле үләндәрҙе эҙләп ултырмаҫ өсөн яҡшы. Үләнде быяла һауытта ла һаҡларға була. Моҡсайҙың да, һауыттың да таҙа булыуы мөһим. Был осраҡта үлән бәшмәк ауырына дусар булмаясаҡ.
Мунсала үләндәрҙе өс ысул менән ҡулланалар: төнәтмә рәүешендә, миндеккә ҡушып бәйләп һәм бәйләмдәр яһап.
Төнәтмәгә ултырыу, уның менән сайыныу һәм ташҡа һирпеү, үләнле, баллы сәй эсеү –комлекслы итеп дауаланыу ул.
“Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән барҙа ир үлмәҫ", – ти халыҡ мәҡәле. Андыҙ туҡһан туғыҙ төрлө сирҙән дауа, ти ололар. Андыҙҙы ерҙән бушлай ғына алырға ярамай, хәйер итеп, ергә икмәк һынығы, тоҙ һалып ҡалдырырға кәрәк, тип тә киҫәтәләр. Андыҙ быуы йүткереүҙән ныҡ файҙалы. Һөйәк һыҙлаһа, уның тамырын алып, картуф менән бергә бешереп, һыҙлаған ергә һалып, һуңынан төнәтмәһе менән сайып ҡуйырға кәрәк. Андыҙ ҡайнатмаһын эсеү ҙә ашҡаҙан, эсәк ауыртҡанда файҙалы. Өс андыҙ тамырын йыуып, ҡырып, турап, өс литр һыуҙа бер сәғәт ҡайнатаһың. Шул ҡайнаған һыуға ике аш ҡалағы шәкәр өҫтәп, бер аҙ төнәтәһең. Шунан көн дә сәй кеүек эсәһең, ашар алдынан да, һуңынан да мөмкин. Кешенең бөтә ғәмәлен таҙарта. Эс, бауыр, бөйөр, баш ауыртыуынан да бик һәйбәт, шеште лә ҡыуа андыҙ һыуы. Ә бешкән андыҙҙы алып, аяҡ быуынына бәйләп ятһаң, һыҙлау бөтә.
Аяҡ һыҙлаһа, дегәнәк япрағын йылы һыуҙа сылатып, һул яғы менән ябыр кәрәк. Елкәләге шештән ҡотолоу өсөн мунсала бал+тоҙ ҡатнашмаһы менән ыуалап, мунсанан ҡайтҡас, керән япрағының һуң яғын ябып, өҫтөнә берәй сепрәк ҡаплап төнгөлөккә ҡалдырыу ҙа етә.
Целлюлиттан һәм шлактарҙан ҡотолоу өсөн мунсала ҡурай еләге төнәтмәһе эсергә мөмкин. Бының өсөн 2 аш ҡалағы кипкән ҡурай еләген 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15-20 минут тоторға. Файҙаһы нығыраҡ тейһен өсөн, төнәтмәне ҡурай еләге менән бергә ҡушып эсергә. Тик бөйөрҙәре ауыртҡандарға быны эшләргә ярамай.
Аяҡтар тирләп йонсотҡанда имән япраҡтары һәм ҡайыры төнәтмәһе килешә.
 
Миндек төрҙәре:
Миндек менән сабыныу – үҙенсәлекле массаж булып тора. Сабынғандан һуң йоҡо һәйбәтләнә, хәл-торош яҡшыра. Миндекте дөрөҫ итеп ебетһәң, ул оҙаҡҡараҡ етә. Яңы ғына эшләнгән миндекте һалҡын һыуҙа сайып алыу ҙа етә, ә кипкән миндекте башта ярты сәғәттәй йылымыс һыуҙа тотоп, һуңынан ғына ҡайнар һыу менән бешекләйҙәр. Йылымыс һыуҙа тотоп тормаһаң, япраҡтары тиҙ генә ҡойолоп бөтөүсән.
Ҡайын миндеге бик универсаль, күп кенә сирҙәрҙән файҙалы. Айырыуса астма сиренән яфаланыусыларға, тирегә төрлө сыбартмалар сыҡҡан осраҡта ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡояшҡа бешкән, сыйылған-ҡырҡылған ерҙәр булғанда ла ҡайын миндеген ҡулланыу тиҙерәк уңалтырға ярҙам итә. Бронхоларҙы ла киңәйтеп, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта һәм тын алыуын еңеләйтә, тынысландыра, кәйефте күтәрә.
Имән миндеге. Уны тиреһе майлы кешеләргә ҡулланырға кәңәш ителә. Имән япраҡтарының хуш еҫе ҡан баҫымының юғары күтәрелмәүенә булышлыҡ итә. Шуға спорт менән шөғөлләнеүселәргә, ҡан баҫымы юғары кешеләргә тәҡдим ителә. Йәнә нервы системаһын тынысландыра, стрестан арындыра.
Йүкә миндеген баш ауырғанда, һалҡын тейҙергәндә һәм бөйөрҙәр ауыртҡанда ҡулланырға тәҡдим итәләр. Йүкә миндеге бәүел ҡыуҙырта, тир бүленеп сығыуҙы тиҙләтә, яраларҙы бөтәштерә, бронхоларҙы киңәйтеү үҙенсәлегенә эйә.
Аҡ шыршы һәм артыш миндеге тамаҡ шешкәндә, тын юлы ауырыуҙарынан, һыуыҡ тейгәндә ныҡ файҙалы. Был миндектәрҙән бүленгән ыҫмалалы матдә мускулдарҙа ҡан әйләнешен яҡшырта, невроз, невралгия ауырыуҙарынан һәм радикулиттан ярҙам итә.
Кесерткән миндеге ревматизм менән ыҙаланғандарға файҙалы.
Әрем миндеге быуындары һыҙлағандарға, артыҡ ауырлыҡ менән йонсоғандарға ҡулланырға кәңәш ителә.
 
Үләнле мунсаның зыянлы яҡтары:
Хроник ауырыуҙары булған кешеләргә ныҡ эҫе мунсала инеү тыйыла.
Үпкә ауырыулы сирлеләргә лә ауырыу көсәйгән мәлдә мунсаға бармаҫҡа кәңәш ителә, сөнки үпкәгә өҫтәмә ауырлыҡ булыуы ихтимал.
Аллергия менән йонсоған кешеләргә лә, айырыуса үләндәргә аллергия булған осраҡта, ҡулланылған үләндәр составына иғтибарлы булыу кәрәк.
 
Үләндәрҙең организмға тәьҫире:
Беренсе йүнәлеш
Һауалағы үлән пары менән тын алыу бөтә организмға яҡшы тәьҫир итә. Ваҡ ҡына эфир өлөшсәләре лайлалы тиресә аша һеңеп, капилярҙар ярҙамында ҡанға үтеп инәләр. Ҡан тамырҙары буйлап әйләнеп йөрөп, бар органдарға таралып туҡымаларҙы һауыҡтыра.
Икенсе йүнәлеш
Танау эсендәге рецепторҙарға тәьҫире нервы-гормональ системаға йоғонто яһай. Еҫ терапияһы релакс булараҡ сығыш яһап, психоэмоциональ фонды тергеҙә. Бының һөҙөмтәһе булараҡ кеше көсөргәнешлектән һәм аныуҙан арына.
Өсөнсө йүнәлеш
Үлән быуында ултырыу күҙәнәктәрҙең асылыуына һәм токсиндарҙың организмдан тиҙерәк сығарылыуына булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта тиренең эфир майҙары өлөшсәләрен һеңдереү мөмкинлеге арта. Улар лимфа системаһына инеп, унда әйләнә башлай.
 
 
Автор:
Читайте нас: