+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Баланы мунса индереү

Башҡорттарҙа мунса – ул үҙе бер «институт». Һәр хәрәкәт, ым-ишара ҙур бер мәғәнәгә эйә. Сабый баланы йыуындырыуға айырым бер иғтибар биргәндәр. Быны йыуындырыу ғына тип әйтеү ҙә аҙ, унда баланың киләсәген күҙаллағандар. Мунса – ул үҙе бер тәғлимәт.

Баланы мунса индереү
Баланы мунса индереү
Баланы мунса индереү

Ҡайһы бер яҡтарҙа, кендек инәһе ҡырҡ көн буйына мунса яғып, баланы мунса индерә. Унда ул баланы бәләкәй генә миндек менән саба, һылай. Мунса индергәндә кендек инәһе төрлө һамаҡтар менән баланың киләсәген яҡшыға юрай. Мәҫәлән:
Һап-һап-һап!
Мунса ташы, бүрәнә башы,
Әбейҙе әбей тип әйт,
Бабайҙы бабай тип әйт!
Айыу балаһы,
Бүре балаһы,
Татлы таба бул,
Алабуға бул,
Һыуҙан таҙа бул,
Һөлөктәй бала бул,
Минең ҡулым түгел,
Ғәйшә, Фатима, ҡулы
Һап-һап-һап!
Кендек әбейе: "Ағиҙелдең аръяғынан имсе әбей килгән", – тип тә саба.

Атаң йыҡҡан утын түгел,

Инәң яҡҡан мунса түгел.

Айыу кеүек көслө бул,

Бүре кеүек тешле бул.

Ҡуян кеүек һикереп йөрө,

Борсаҡ кеүек тәгәрәп йөрө,

Бабайҙы бабай тип әйт,

Әбейҙе әбей тип әйт.

Минең ҡулым түгел,

Ағиҙелдән ағып килгән

Имсе әбейҙең ҡулы.

Кендеге төшкәнсе бер япраҡ менән сабалар. Унан һуң баланы сапҡан япраҡты кеше аяғы баҫмаған ергә ташлайҙар.
 
Бәпес мунсаһы:
Бәпес тыуғас, уға махсус мунса әҙерләнә. Иң элек ул бик яҡшы
итеп йыуыла. Бала йыуындырыла торған мунсаға башҡалар инмәй.
Бала мунсаһы – бала өсөн генә.
Баланы, ғәҙәттә, кендек әбейе йыуындыра. Ул тәүҙә баланы әсә алдына һалып, бала миндеге менән рәхәтләндереп саба. Мунса инмәгән бала ауырыуҙарға бирешә, тигәндәр. Ауырыуҙарға
бирешмәһен өсөн, баланы сапҡанда, төрлө әпсендәр әйткәндәр:
Атаң киҫкән утын түгел,
Әсәң яҡҡан мунса түгел,
Бүрәнә башы, бүре теше, у-у-у...
Кендек әбей уланды мунса индергәндә төнлөктө аса ла ошолай һамаҡлап саба: "Минең сабыйым илаҡ түгел, илаҡ түгел. Сабыйымдың сирҙәре сығып осһон, бәхетһеҙлектәре сығып осһон, ҡара ҡоштар алып китһен, ҡарғалар алып китһен, амин, амин". Шунан
мунса матсаһына япраҡтың төбө менән төртөп ала. Аҙаҡ ул япраҡ менән баланың башынан аяғына ҡәҙәр һыпыра һәм төнлөктән һыу ҙа һибә.
Кендек әбей баланы ҡырҡ көн буйына саба. Ул баланың
тәненән тирен һурып алып, ошолай һамаҡлап:
Таш сабам, таш сабам,
Таш кеүек ныҡ бул,
Ләүкә кеүек оҙон бул.
Мунса ташы, бүрәнә башы!
Ҡабағанға ҡаптырма,
Тибәгәнгә типтермә.
Сирең-сөрөң барыһы ла ошонда ҡалһын", – тип мунса ташына төкөрөп ҡуя.
 
Нәнәй мунсаһы:
Нәнәй мунсаһына беренсе булып ҡартинәйҙәр, ҡартатайҙар керә.
Уларҙың йәшен бирһен, уларға оҡшаған ғүмерле бала булһын, тип индергәндәр. Нәнәй мунсаһына туғандарын да, күршеләрен дә саҡыралар. Бала миндеген Урта Урал башҡорттары "нәнәй япраҡ", тип йөрөтәләр.
Бала сапҡан япраҡты "нәнәй япраҡ", тип төнлөктән ташлайҙар.
Аҙаҡ “Бисмилла" әйтеп, уны мунса мейесенә индереп яҡҡандар.
 
Өҙлөк мунсаһы:
Бала ауырып китһә, өҙлөкһә, уға "өҙлөк мунсаһы" яҡҡандар. Был мунсаға барғанда имсе әбей: "Өҙлөк сабырға барам", – тип әйтеп киткән. Мунсала ауырыу баланы яҡшылап сабалар. Сапҡанда һамағын
да әйткәндәр. Бына ҡайһы бер һамаҡтар өлгөһө:
Иртәнге өҙлөктәрҙе сабам,
Көндөҙгө өҙлөктәрҙе сабам,
Киске өҙлөктәрҙе сабам,
Яңы өҙлөктәрҙе сабам,
Эт өҙлөктәрен сабам,
Һыйыр өҙлөктәрен сабам!
(Исем) улы өҙлөккән,
Өс йөҙ алтмыш тамырҙары өҙлөккән,
Өс йөҙ ҡыр(ы)ҡ һөйәктәре айырылған,
Шуларҙы бергә йыям,
Шуларҙы бергә ҡуям.
Шифа булһын, им булһын,
Имем-томом шул булһын!
Ошо әпсендәрҙе әйтә-әйтә баланы яҡшылап сапҡас, өшкөртөлгән тоҙло һыу менән ҡойондоралар.
Баланы сапҡан миндекте, ҡойондорған һыуҙы ете юл сатына түгәләр. Ышаныуҙар буйынса, миндек, һыу менән бергә баланың ауырыуы, зәхмәте китә икән.
 
 
 
Автор:
Читайте нас: