+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бик фаҙалы каланхоэ

Яңы үҫеп сыҡҡан япраҡтарын ҡырҡып, йыуығыҙ ҙа 5-7 көнгә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Унан иҙеп, һутын һығып алығыҙ. Был һутта 10 градустан һалҡыныраҡ урында һаҡларға була.

Бик фаҙалы каланхоэ
Бик фаҙалы каланхоэ

Күҙ ауырыуҙары өсөн (блефариты, конъюнктивиты) түбәндәге рецепттарҙы ҡулланығыҙ:
1:1 миҡдарҙа һутты һыу менән ҡушып, мамыҡты манып алығыҙ һәм күҙҙе йомған килеш, күҙ бәбәктәренә һалып, 10-15 минут ятып тороғоҙ. Был дауалау процедураһын 5 тапҡыр ҡабатларға була. Ошо уҡ ысул менән стоматит менән пародонтозды дауаларға ла була.

Экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙарын дауалар өсөн май әҙрләгеҙ. Сынаяҡтың эсен спирт йәки араҡы менән һөртөп алығыҙ. Унан 30 мл каланхоэ һутын 50 г һыуһыҙ ланолинға ҡушып болғатығыҙ. Унан әҙ-әҙләп 50 г вазелинды ҡуша барығыҙ. Әҙер майҙы һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ә ланолин менән вазелинды мотлаҡ аптеканан һатып алығыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:
Читайте нас: