+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бауырҙы бөтнөк мҽнән таҙартабыҙ

Өй шарттарында бауырҙы бөтнөк-лимонлы эсемлек ярҙамында таҙартып була. Ул шунда уҡ организмдың торошон яҡшырта һәм бауырҙан токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә.ИНГРЕДИЕНТТАР:

Бауырҙы бөтнөк мҽнән таҙартабыҙ
Бауырҙы бөтнөк мҽнән таҙартабыҙ

Бер ус бөтнөк япраҡтары
1 лимон һуты
1 әфлисун һуты
1 литр һыу
3 аш ҡалағы бал.
Әҙерләү:
Һыуҙы тәрән металл мискәгә һалығыҙ һәм плитәлә йылытығыҙ.
Япраҡтарҙы һыуға ҡушып, биш минут буйына еңелсә утта бешерегеҙ.Һыуҙы уттан алып, бүлмә температураһына тиклем һыуытығыҙ. Һыуға бер лимон һуты, бер әфлисун һуты һәм бал өҫтәргә, барыһын да һәйбәт итеп бутарға.Эсемлекте һөҙөгөҙ һәм дауалау сараһы ҡулланыуға әҙер!

Был тәмле эсемлек төрлө ағыуланыу осраҡтарында ла ярҙам итә, ашҡаҙан-эсәк юлына яҡшы йоғонто яһай. Эҫелә һыуһауҙы бына тигән ҡәнәғәтләндерә! Бауырҙы таҙартыу процестарын башлар өсөн көнөнә 1 стакан бындай эсемлекте ҡабул итеү ҙә етә.

Автор:
Читайте нас: