+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кәнфиттәрең ары торһон, ти ҡорот оҫтаһы

Ишембайҙан һөт ризыҡтары эшләү оҫтаһы Фәйрүзә Арыҫланғәлина ҡороттоң емеш-еләк ҡушып яһалғанының рецебын тәҡдим итә:

Кәнфиттәрең ары торһон, ти ҡорот оҫтаһы
Кәнфиттәрең ары торһон, ти ҡорот оҫтаһы

- Сөсө ҡоротто эшләү өсөн ике көн тирәһе ойоған ҡатыҡты ҡайнатам. Һыуын һарҡытҡас, ниндәй емеш-еләк оҡшай шуны ҡушып ебәрәм. Мин үҙем ҡарағатты ла, ҡурай еләген дә ҡушам. Яңы йыйылғанын да, туңдырылғанын да тотонһаң була. Әҙ генә ҡайнатып эшләнгән ҡарағат ҡайнатмаһы менән дә бик тәмле килеп сыға. Шулай итеп, самаһы менән еләк-емеште ҡушаһың да тәменсә шәкәр, ҡаймаҡ өҫтәп матурлап баҫаһың, сәйгә бик тәмле ризыҡ! Кәнфиттәрең ары торһон, - тип Ишембай уңғаны.

Резеда Шәнгәрәева

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-109622739_82136%2F9cbf519cf0e4421634

 

Автор:
Читайте нас: