Мәҫәлән, эргә-тирәбеҙҙе йәмләп ултырған бәпембәнән әҙерләнгән төнәтмә бауырҙы таҙарта, организмдан токсиндарҙы ҡыуа. Йүкә сәскәһенән эшләнгәне иһә ҡан баҫымын төшөрә, тынысландыра, һалҡын тейгәндә лә ныҡ файҙалы, әммә уның менән артыҡ мауығырға ярамай, юғиһә йөрәккә көс төшөүе ихтимал.
Арабыҙҙа шифалы үләндәр тураһында бик яҡшы хәбәрҙар дуҫтарыбыҙ байтаҡ. Бөрйән районының Ҡолғона ауылында йәшәгән, оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Зиләрә Мөлөкова – тап шундайҙарҙан. Ул Әбйәлил районының Хәмит ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Уның ошондай матур тәбиғәт ҡосағында буй еткереүе лә тәбиғәт серҙәре, шифалы үләндәр тураһында күберәк белергә булышлыҡ иткәндер, моғайын.
Зиләрә Рәүеф ҡыҙы тәү ҡарамаҡҡа ябай күренгән уҫаҡ ҡайыры тураһында түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:
“Уҫаҡ – Аллаһ Тәғәләгә бер туҡтауһыҙ тәсбих әйтеп ултырған берҙән-бер ағас. Елһеҙ көндә лә уның япраҡтары лепер-лепер килә. Бик хикмәтле, ҡөҙрәтле ағас. Урмандың барлыҡ йән эйәләре уҫаҡ менән дауалана. Боландар ҙа, мышыһы ла, ҡуяндар ҙа...
О, ҡөҙрәти уҫаҡ! Тик был хаҡта белеп бөтмәйҙәр шул...
Ул – көслө антибиотик, аспирин сығанағы. Бөтә төр иң ҡурҡыныс һаналған вирустарҙы, стафилококк, туберкулез таяҡсаларын һәм башҡаларҙы юҡ итеү һәләтенә эйә. Кешенең эске ағзаларында рәхәтләнеп йәшәп, төрлө сирҙәр тыуҙырған паразиттарҙы ла бөтөрә.
Ҡан ҡуйырғанда аспирин ашарға ҡушалар, ә ул ашҡаҙанға зыянлы. Ошо урында уҫаҡ ҡайыры, бөрөләре ярҙамға килә. Уҫаҡ – көслө тынысландырыусы ла, йоҡлатыусы ла. Эске ағзаларҙағы яраларҙы, ашҡаҙан ауырыуҙарын, ялһыныуҙарҙы ла уңышлы дауалай. “Тажлы зәхмәт”тән дә иң беренсел дарыу ул. Бөйөр, бәүел ҡыуыу юлдары, енси ағзаларҙағы барлыҡ сирҙәрҙән, циститтан яфаланыусылар өсөн дә шифаһы әйтеп бөткөһөҙ. Балаларҙың температураһы төшмәгән ваҡытта ла ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер. Мәңге бөтмәҫтәй йүткереүҙе лә бөтөрә, барлыҡ ҡаҡырыҡты ҡырып-һепереп сығара.
Өҫтәүенә уҫаҡ аяҡ-ҡул быуындары ауырыуҙарынан да дауалай. Япраҡтарына төрөнөргә, миндеге менән сабынырға кәрәк. Бына һиңә шифаһы! Әллә күпме хаҡҡа дарыу ҙа һатып алмайһың.
Хәлегеҙ бөтөп, эшкә ҡул бармағанда, уҫаҡ урманына барығыҙ. Ул үҙегеҙҙәге насар энергиянан ҡотолдорасаҡ. Урманға сығыу форсаты булмағанда уҫаҡ һыуы менән сайынығыҙ: шунда уҡ хәл инеүен тойорһоғоҙ. Юҡҡа ғына, ерҙә бөтә үҫемлектәр бөтөп, уҫаҡ ҡына ҡалһа ла, кешелек йәшәйәсәк, тип әйтмәйҙәрҙер инде.
Ғөмүмән, бер һүҙ менән әйткәндә, уҫаҡтың ҡайырын, бөрөлө йәш ботаҡтарын йыйып алып ҡалығыҙ.
Уларҙы түбәндәгесә ҡулланалар: бер аш ҡалағы кипкән ҡайырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтеп, ике бүлә – иртән, кисен эсәләр. Спиртҡа, араҡыға һалып ( биш аш ҡалағы), ике аҙна төнәтәләр һәм аҙаҡ аш ҡалағы менән, һыу өҫтәп файҙаланалар.
PS: табип менән кәңәшләшеп ҡулланырға кәрәк. Бисмиллалап, үлән-ағастан рөхсәт һорап, рәхмәт әйтеп йыйыу фарыз”.