Муйындағы тоҙҙо сығарыу өсөн картуф, бал, аҡ шыршы (пихта) майы кәрәк була. Уларҙы нисек ҡулланыу тураһында – артабан.Муйындағы тоҙ ҡатламын умыртҡа һөйәгенең муйын бүлеге остеохондрозы тип атайҙар. Умыртҡа һөйәгенең был өлөшө организм өсөн бик мөһим. Ул муйын тирәһе, бит, баш һөйәге һәм муйын туҡымаларын туйындырыусы ҡан тамырҙарын һәм нервыларҙың тупланған урыны булып тора.
Нервы остары ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә баш ауыртыуы, аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы, мускулдарҙың зәғифләнеүе, тиҙ арыу кеүек ауыртыныуҙар, һыҙланыуҙар башлана.
https://vk.com/im?peers=357905114&sel=396373839&w=wall-202792286_7640%2F52f999335f775648b8