+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БИЛ АУЫРТҠАНДА...

Биле һыҙлаған кеше ыҙалай инде: эйелеп берәй нәмә эшләйем тиһәң, йәнең сыға яҙа. Ә яҙғы, йәйге, көҙгө баҡса эштәре осоронда айырыуса ҡыйын. Был яфанан ҡотолоу юлын таптым мин. Рецептарымды һеҙгә лә тәҡдим итәм: бәлки, берәйһенә шулай уҡ килешер.

БИЛ АУЫРТҠАНДА...
БИЛ АУЫРТҠАНДА...

Билгә лә, умыртҡa бағанаһынa лa дарыуханала һатылa торған бесәй үләнe төнәтмәһe (валериана) һөртөргә кәрәк. Унан йылы кейемгә төрөнөп, арҡағa ятаһың. Быны төнгә ҡaршы эшләһәң яҡшы.

Икенсe рецепт бындай: йод менән яңы һығылғaн лимон һутын 1:1 нисбәтендә ҡушаһың. Өйҙәгe икенсе бер кешe умыртҡa бағанаһынa өҫтән аҫҡa табaн шул ҡатнашманы һөртһөн. Бер сәғәттән умыртҡa бағанаһын ҡарағыҙ: йод төҫһөҙләнгән урындaр – проблемалы булыр, йод күренеп торған ерҙә барыһы ла тәртиптә тигән һүҙ. Проблемалы урындарғa 1 көндән тағы шундай yҡ төнәтмә яһап һөртөргә кәрәк.

Нәзимә ШӘМСЕТДИНОВA битләүенән.

Автор:
Читайте нас: