+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәпембә - мең сиргә дауа

Быуындар һыҙлаһа, эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡ интектерһә.Туғайҙарҙы ҡаплап үҫкән, йә иһә баҡсалағы сүп үләне тип иҫәпләнгән һары башлы бәпембәнең сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур булыуын күптәр белмәй, уны өҙә, утай, ташлай. Ашыҡмайыраҡ тороғоҙ, бер атҡанда ике ҡуянды эләктерергә лә мөмкин. Бигерәк тә был баҡсасыларға ҡағыла, сөнки улар түтәлдәрҙе утағанда бәпембәне йыш өҙөүсән. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ ине. 

Бәпембә - мең сиргә дауа
Бәпембә - мең сиргә дауа

Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән, ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә. Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған урындарҙы, оҙаҡ ятыуҙан боҙолған тәнде дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына яҡшы тәьҫир итә. Был үҫемлек көс бирә, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, борсолғанда тәҡдим ителә. Ул тән температураһын төшөрә, тирҙе, үтте ҡыуа, тынысландыра, йоҡлай алмағанда ярҙам итә.

Бәпембә сәскәһе бешерелгән һыу эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. Үҫемлектең спиртлы төнәтмәһен ревматизмдан яфаланғанда ауыртҡан урындарға һөртәләр. Сылатҡыс һәм компресс килеш быуындар ауыртҡанда ҡулланалар, ә һөйәктәрҙең ялғанып үҫеп китеүен тиҙләтеү өсөн үҫемлектең һутын саф килеш йәки кишерҙеке менән ҡушып ҡабул итергә кәңәш бирелә. 

Аяҡ ауыртҡанда бәпембә төнәтмәһен эшләү өсөн ҡараңғылатылған ярты литрлыҡ шешәне бәпембә сәскәһе менән тултырабыҙ, унда 2-3 флакон одеколонды бушатабыҙ һәм ике-өс аҙна төнәтәбеҙ. Аяҡтар ауыртҡанда табандан тубыҡҡа тиклем ышҡымайынса һөртәбеҙ. Одеколон урынына медицина спиртын файҙаланырға мөмкин. 

Эс ҡатҡанда һәм күпкәндә, бер аш ҡалағы бәпембә сәскәһенә бер стакан һыу һалып, 15 минут талғын утта ҡайнатабыҙ. Ярты сәғәт төнәтәбеҙ. Берәр ҡалаҡлап көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. 

Аҙ ҡанлылыҡты дауалау өсөн өсәр аш ҡалағы бәпембә сәскәһе менән кәкүк емешен (медуница) ҡушып бутарға. Ике аш ҡалағы кесерткән һәм бер аш ҡалағы әрем өҫтәргә. Шунан бер литр ҡайнар һыу һалырға. Көнөнә алты тапҡыр 50-шәр мл эсергә.

Бәпембәнең тамырын ҡаҙып алып ҡыҙҙырырға һәм ҡәһүә урынына эсергә була - ул организмды нығыта. Тамырҙарҙы көҙ һуңында йәки яҙ ҡаҙып алығыҙ, йәй мәлендә бигүк файҙалы булмай.

Бәпембә һутын һаҡлау өсөн үҫемлекте тамыры, япраҡтары, сәскәләре менән ит үткәргес аша үткәрәләр һәм марля аша һығып сығаралар. Һаҡлау өсөн ярты литр һутҡа 100 г спирт йәки 400 г араҡы ҡушалар, унан стерилләнгән банкаларға бушаталар. 

Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:
Читайте нас: