+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

ЙЫУА ТӨРҘӘРЕ

Башҡортостанда һәм республикаға сиктәш өлкәләрҙә йыуаның бер нисә төрө үҫә. Иң йыш осрай торғаны - талғыр йыуаһы, ҡарға йыуаһы, селек йыуаһы, ҡыуыш йыуаһы, әтмәкәй, оҫҡон, күл йыуаһы.

ЙЫУА ТӨРҘӘРЕ
ЙЫУА ТӨРҘӘРЕ

Был йыуалар, шул иҫәптән талғыр йыуаһы ла «Ҡыҙыл китапҡа» индерелгән.
Йыуа, айыу һуғаны, урман йыуаһы, ҡыр һарымһағы тип тә әйтәләр.
Башҡа телдә әйтелеше; рус. черемша́, лук медве́жий, ди́кий чесно́к, калба́, лат. аllium ursínum
Һуғандар (Allium) ырыуы Һуғандар (Alliaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 60 см-ға етә. Май-июль айҙарында сәскә ата, емеше июль-августа өлгөрә.
Баҡса культураһы булараҡ та үҫтерелә. 12–17°С-та үҫкән йыуа тәмле була, Ҡоро һауа шарттарында үҫкән һуған күльтураларының сифаты түбәнерәк була.
Талғыр йыуаһы тураһында мәғлүмәттәр.
Сурина Сарвар
Черемша - талғыр йыуа - первое весеннее угощение, источник витаминов, любимый башкирским народом издавна. На горных ложбинах и в степи на берегах реки Таналык ранней весной густо зеленеет черемша. В деревне Адель Хайбуллинского района Башкортостана талғыр йыуа, т.е. дикий лук "приручен" - растет в огородах.
Нәсимә Ғайсина
Талғыр йыуаһы Әбйәлил районының ялан-тау зонаһында ла үҫә. Мин баҡсамда үҫтерәм, ҡырҙан алып килеп ултырттыҡ. Иртә яҙҙа ҡулланырға бик яҡшы. Бәлеше тәмле. Ҡышҡылыҡҡа турап алып киптереп алам. Йә һыуытҡыста һаҡлайым.

Насима Гайсина

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall216861939_4089%2F040df64f0bb7bf90f5

 

Автор:
Читайте нас: