+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сирень сәскәһе майын әҙерләп ҡал!

Ул бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда бигерәк тә файҙалы.

Сирень сәскәһе майын әҙерләп ҡал!
Сирень сәскәһе майын әҙерләп ҡал!

Сирень сәскәһен дауаланыу өсөн файҙаланалар. Унан яһалған дарыу майын эшләү өсөн 1 литрлыҡ банканы сирень сәскәһе менән тултырырға кәрәк. Артабан шыйыҡ майҙы 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм сәскәнең өҫтөнә ҡойорға. Банканы яҡшылап ҡапҡас менән ябып, ике көн ултыртырға. Аҙаҡ марля аша һөҙөп, тик майҙы ғына ҡалдырырға кәрәк. Тағы ла майҙы ҡайнатырға һәм сирень сәскәләрен өҫтәп һалырға. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, хуш еҫле һәм шифалы сирень майы килеп сығасаҡ. Бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда сирень сәскәһенең майы бигерәк тә файҙалы. Уны ингаляция эшләгәндә лә ҡулланалар. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә, тирә-яғығыҙҙа хуш еҫтәр таралып китер. Уның менән һыҙланған урынды ыуыу ҙа ҙур ярҙам күрһәтәсәк.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:
Читайте нас: