+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кесерткән генә тимәгеҙ

Шағирә Гүзәл Ситдыҡова йәш кесерткәндән файҙалы ризыҡтар әҙерләп ашарға кәңәш итә:

Кесерткән генә тимәгеҙ
Кесерткән генә тимәгеҙ

— Был әрһеҙ сүп үләне – ата-бабаларҙы аслыҡтан ҡотҡарған, дауа сараһы булараҡ та ҡулланылған. Ололар, яҙғыһын 3 үләнде (кесерткән, балтырған, ҡуҙғалаҡ) мотлаҡ 3 тапҡыр булһа ла бешереп ашарға кәрәк, ти торғайны.
Кесерткән япраҡтарында С витамины лимонға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк. Шулай уҡ А, В1, В2 витаминдары , минераль тоҙҙар, төрлө органик матдәләр күп. . Кесерткән аҡһымында алыштырғыһыҙ 10 аминокислотаның 9-ы бар. Арығанда, ауырыуҙарҙан өҙлөккәндә ул иң беренсе ярҙамсы. Калий менән кальцийға бай булыуы йөрәкте, ҡан тамырҙарын шифалай. Шәкәр ауырыуын, гемоглобин төшөүен, күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ла кесерткән беренсе ярҙамсы. Ҡаны ҡуйы булған кешеләргә генә уны һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. Кесерткәнле аш артынан ҡан шыйығайтыусы сәйҙәр эсеп ҡуйһағыҙ, зыяны булмаҫ.

Кесерткән турамаһы
Кесерткәнде ҡала эсендә, юл буйҙарында йыйырға ярамай, ул нитрат туплай. Таҙа ерҙән йыйылған 300 г. йәш үҫемлекте ҡайнар һыуҙа бешекләргә, 200 г юл япрағы, 50 г бәпембә япрағы, бер ус йәшел һуған менән ҡушып турарға, ҡаты бешкән 2-3 йомортҡаны ваҡлап ҡушырға, тоҙ, шыйыҡ май, ҡаймаҡ өҫтәргә.

Кесерткән ашы
Кесерткәнде итле һурпаға һалып та, “ҡоролай” ҙа бешерергә була. Итһеҙ бешергәндә
  Кесерткән – бер услам (100-200 г.),
  Бәрәңге – 3 дана
  Кишер — 1-2 дана,
  Һуған – бер баш,
  Һыу — 2,5-3 литр,
  Тоҙ, тәмләткестәр – тәменсә.
  Ике дана йомортҡа (мотлаҡ түгел)
  Аҡ май йәки шыйыҡ май - оҡшағанса
Һыуҙы ҡайнатып сығарғас, бәрәңге турап һалына, ул бешә торғансы, кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, өҫтәп ебәрәһең. Башлы һуғанды ваҡлағас, майҙа ҡыҙҙырып алырға була, шул көйө лә һалырға мөмкин. Кесерткәнде башта һалҡын һыуҙа йыуып, ҡайнар һыу менән бешекләп алаһың. Сағылыуҙан ҡурҡмаһаң, бешекләмәй генә лә турарға була. Был хатта быуын һыҙлағанда файҙалы ла.
Кесерткәнде башҡа үҫемлектәр артынан оҙатҡас, бер нисә минуттан әҙер ҙә була.
Ҡаты итеп бешерелгән ике йомортҡаны ваҡ ҡына итеп турап, ашҡа һалаһың.

Табынға ҡаймаҡ менән бирһәң, телеңде йоторлоҡ булыр.
Ауыл ҡаймағы менән сабата ла тәмле була тиҙәр былай.

https://vk.com/wall-254895_69432?w=wall-254895_69432

 

Автор:
Читайте нас: