Шифалы майҙы эшләү өсөн 200 гр бүлмә температураһындағы май, 1 балғалаҡ меңъяпраҡ үләне, 1 балғалаҡ һары мәтрүшкә, 1 аш ҡалағы календула сәскәләре кәрәк була.
Үрҙә һаналып үткән үләндәрҙе кофемолка аша йә ит турағыс аша үткәреп, онтайбыҙ. Әҙер порошокты аҡ май менән бутайбыҙ. Һөҙөмтәлә хуш еҫле үләнле май килеп сығасаҡ.
Артабан был майҙы ҡара икмәккә (ике шырпы ҡабы ҙурлыҡтағы булһын) яғып ашарҙан ярты сәғәт алда оҙаҡ итеп сәйнәй-сәйнәй ашарға кәңәш ителә.
https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-33711741_62990%2F3019ac80196a105f9b