+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Буҙа эскән, сирхау белмәҫ...

Лира Яҡшыбаеваның буҙа әҙерләү рецебын тәҡдим итәбеҙ. Тик яҙылғандан тайпылмайынса  теүәл эшләргә кәрәк.  

Буҙа эскән, сирхау белмәҫ...
Буҙа эскән, сирхау белмәҫ...

3 литрлык һыуыҡ һыуға 0,7 литрлык банка менән геркулес ярмаһы һалғас, 5-10 минут ултыртып ҡуйырға. Шунан талғын утҡа ултыртып, 1 сәғәт ҡайнатырға. Бер ҡалаҡ аҡ май һалғас, бер туҡтауһыҙ болғатып торорға. Бер сәғәт үткәс, килеп сыҡҡан кеҫәл һымаҡ массанан иләк аша төйөрҙәрен һөҙөп алырға һәм ултыртып һыуытырға. (Сифатлы булһын, тиһәгеҙ. Һыуытыу мотлаҡ!) Һыуынған массаға 1-2 стакан  һатыуҙағы ҡымыҙ һәм 1 стакан шәкәр ҡомо (йәки рафинад) өҫтәргә. Ҡымыҙ өҫтәгәс, йылы урынға төрөп кенә ултыртырға һәм тағы бер көн көтөргә. Түҙемле булһағыҙ, башҡорт халыҡ эсемлеге, телде йоторлоҡ буҙа әҙер ҙә була.

Әйткәндәй, икенсе тапҡыр эшләгән саҡта, ошо буҙанан бер стакан әсетке  (закваска) ҡалдырығыҙ. "Ул саҡта икенсе буҙа тағы ла шәберәк була",  – ти буҙа эшләү оҫталары.

 Рецепты ғүмер буйы буҙа эшләп, инде күҙен йомған килеш тә телеңде йоторлоҡ итеп эшләүсе инәй бирҙе, – ти Лира Яҡшыбаева.

Автор:
Читайте нас: