+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

#Халыҡдауалауы хикмәттәренән

-

Кешегә үтә лә ныҡ ҡайғы килһә, шаңҡып ҡала. Илай ҙа, хатта һөйләшә лә алмай. Халыҡ элек-электән бындай тороштан сығарыу сараһы күргән.
Башҡорттар һөрәнләтеү ысулы менән дауалаған. Атлай алһа, атлатып; атлай алмаһа, арбаға һалып аулаҡ ергә алып барғандар. Тау битенә, йылға буйына. Эсәр һыу алғандар. Һөрәнләтеүсенең тауышы моңло була. Эргәлә башҡа кеше булмай, аулаҡ урын һайлана. Һөрәнләтеүсе моңло тауыш менән көй һуҙған һымаҡ өн сығара, талғын ғына итеп юғары-юғары күтәрә, шунан илаған һымаҡ һуҙа башлай йәғни һөрәнләй. Ауырыу уның артынан ҡабатларға тейеш.
Ауырыу һыңҡылдап илап ебәргәнгә тиклем дауам итә был ысул.
Ауылда инәйемә эйәреп барып, ситтәрәк тыңлап тороп, үҙем илап ҡайтҡайным. Аҙаҡ инәйем, өсөнсө тапҡыр һөрәнләгәндә, саҡ асылды тауышы, миңә ҡушылып илап ебәрҙе. Биш-ете тапҡырға тиклем барып еткән саҡтар ҙа була, тип һөйләне.
Иҫәнғолда күрше йәшәгән Ғәлиә әхирәтем, әсәһе үлгәс, телдән ҡалды. Мин унынсы класта уҡый инем. Әсәйем йәһәтләй һалып, атайымдан ат ектертеп килтертте лә, бар, Усман тауы итәгенә алып барып һөрәнләттереп кил, тине. Мин ул саҡта инәйемдән өйрәнеп ҡайтҡайным. Беренсе тапҡыр шул саҡта Ғәлиәне илатып, ҡайтып килгән саҡта, ниҙер һөйләп күңелен табып, телен асып, тигәндәй ҡайттым.
Аҙаҡ балаларым музыка менән шөғөлләнә башлағас, пианино алдыҡ та һөрәнләү ысулын нотаға һалып ҡараным. Бер октава. До нотаһынан башлап икенсе до нотаһына тиклем юғары һуҙаһың, һа-һа-һа-һа-һа-һа-һа-һа
до ре ми фа соль ля си до. Шунан илаған кеүек итеп сеңләйһең. Борон ҡыҙҙарҙы кейәүгә биргән саҡта, сеңләгән кеүек. Ауырыу һиңә ҡушылырға тейеш.

Был ысулды белеүселәр барҙыр. Өҫтәгеҙ, камиллаштырығыҙ. Бәлки берәйһенә ярҙамыбыҙ тейер. Ярҙамға мохтаждар арта бит һаман.
Йөрәк башҡайына ҡан һауҙырған,
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән.

Мәрйәм Бураҡаева.

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall229454822_11773%2F8cf47f1a55c65e7f66

 

Автор:
Читайте нас: