+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ТУҠЛАНЫУЫҢ СОВЕТ ОСОРОНДАҒЫ КЕҮЕКМЕ?

-

ТУҠЛАНЫУЫҢ СОВЕТ ОСОРОНДАҒЫ КЕҮЕКМЕ?
ТУҠЛАНЫУЫҢ СОВЕТ ОСОРОНДАҒЫ КЕҮЕКМЕ?

СССР заманы юҡҡа сыҡһа ла, беҙ совет диетологияһы ҡанундарын бөгөн дә ҡулланабыҙ икән. 1939 йылда совет хөкүмәте "Тәмле һәм сәләмәт туҡланыу тураһында китап" баҫтыра һәм унда төп диетологик ҡағиҙәләр, блюдоларҙың рецептары бирелә. Әммә хәҙерге заман медицинаһы был ғәҙәттәрҙең ҡайһы берҙәрен зыянлы тип, кире ҡағып та маташа.

Әйтәйек, төшөн тәүҙә аш, һуңынан картуф иҙелмәһе йә макарон менән кәтлит ашау шул замандан килә. "Ә компот?" тиерһегеҙ Гайдайҙың киноһындағы геройҙы иҫегеҙгә төшөрөп. Кипкән емеш-еләктән ҡайнатылған компот та төшкө аштың мотлаҡ бер өлөшө, һис шикһеҙ. Туҡланыуҙың бындай моделе дөйөм ашханалар барлыҡҡа килгәс формалаша. Күптәр иртәнге, төшкө, киске ашты завод ашханаһында ашай. Эш ауыр, көс талап ителгәнлектән, ашау ҙа калориялы һәм туҡлыҡлы булырға тейеш булған - быны хөкүмәт тә яҡшы аңлаған. Ә бөгөн иһә кешелек ултырып эшләүгә күсте, тиһәң дә була. Физик әүҙемлек, тимәк, былай итеп ашауҙың да файҙаһы юҡ, кеше унан һимерә башлай.
Компоттан тыш, совет кешеһе кеҫәл, һут, какао һәм сәй ҙә эсергә тейеш булған. Ашханала уларға мул ғына итеп шәкәр өҫтәп әҙерләгәндәр. Шуға ла ул капиталистарҙың газлы эсемлегенән бер яғы менән дә айырылмай, ти белгестәр. Бындай татлы кеҫәлде, какаоны йыш эсһәң, шулай уҡ һимереп китеүең бар. Бынан тыш, улар баш мейеһе эшмәкәрлегенә насар йоғонто яһай. Һыуһағанда һыу эсеү яҡшыраҡ.
Ашҡа икмәк ҡушып ашау ҙа совет заманынан килә. Кеше тиҙ туйһын өсөн эшләнә был. Шулай уҡ кәтлит өсөн фаршҡа икмәк ҡушып үткәреү ҙә экономия йәһәтенән эшләнгән икән. Аҡ икмәк тә файҙалы тип иҫәпләнгән. Бөгөн иһә белгестәр бындай икмәкте бөтөнләй юҡҡа сығарып ташлай.
Колбаса, ыҫланған ит ризыҡтары, паштеттар совет осоронда етеш йәшәүҙең күрһәткесе булған. Кукуруз, фасоль консервалары шул мәлдән килә. Алда телгә алынған китапта колбаса изделиеларын тап ошондай йәшелсә менән ашарға тәҡдим итәләр. "Сосиска менән борсаҡ" тигән электән билдәле комбинация шулай барлыҡҡа килгән. Бөгөн иһә табиптар былай туҡланыуҙың зыяны тураһында белдерә. Бындай йәшелсәлә тоҙ күп, тимәк, ҡан баҫымы күтәрелеүгә бер сәбәп булып тора ала. Шулай уҡ совет кешеһе рационында майлы һөт ризыҡтары әүҙем ҡулланыла. Һөт ашын, һөтлө дөгө бутҡаһын бөгөн дә балалар баҡсаларында бешерәләр. Революциянан һуң совет аҙыҡ-түлек сәнәғәте аяҡҡа баҫып, элек юғары ҡатлам кешеләре генә ашай алған һөт ризыҡтарын етештереү күбәйгәс, һөт өҫтө, ҡаймаҡ, ҡуйыртылған һөт кеүек ризыҡтар әүҙем ҡулланыла башлай. Уларҙың сәләмәтлек өсөн зыяны юҡ, ти белгестәр, шулай ҙа ҡанда холестерин кимәле күтәрелеп китмәһен өсөн майлы ризыҡтарҙы аҙыраҡ ашарға кәрәк.
Икмәккә май, уның өҫтөнә ҡайнатма һылап ашау ҙа совет осоронан килә. Ул да 1930 йылдарҙа модаға инә. Төп ингридиенты - аҡ май, уның урынына колбаса, шпрот, бешкән йә ҡыҙҙырылған ит тә ҡулланылған. Статистика күрһәтеүенсә, бөгөн дә бутерброд иң йыш ҡулланылған ризыҡ. Хәҙерге заман табиптары бутербродты ла зыянлы тип иҫбатлай. Икмәктә углеводтар күп, колбаса иһә майға, консервантҡа, буяуҙарға, нитраттарға бай.
Һурпа кубиктары, һыуға иҙеп ашай торған аштар, картуф иҙелмәһе лә совет кулинарияһынан килгән. Был "аҙыҡ концентраттары" тигән атама алған продукттар полярниктар һәм геологтар өсөн уйлап табылған, сөнки уларҙы һаҡлау өсөн махсус температура кәрәкмәй.
Бөгөнгө көн күҙлегенән нисек кенә зыянлы тип табылған хәлдә лә, хәҙерге магазин кәштәләрендәге аҙыҡ-түлектең совет осорондағы тәбиғи ризыҡтың еҫенә лә торошо юҡ. Шуға ла бында сағыштырыу үткәреү ҙә урынһыҙ. Ризыҡ иң башта сифатлы булырға тейеш. Шул саҡта ғына ул дауа буласаҡ.


"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

Автор:
Читайте нас: