+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Теш пастаһы — бына тигән таҙартҡыс

Теш пастаһының иғтибарҙы йәлеп итерҙәй әллә күпме үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, ул ниндәй ҙә булһа бөжәк сағыуҙан, тән киҫелеүҙән һуң ҡуҙғыуҙы баҫа. Тән бешкәндә ауыртыуҙы бөтөрә. Тырнаҡтарҙы ялтырата.

*Һарымһаҡ, балыҡ һәм һуған еҫенән ҡотолдора.
*Кейемдәге һәм балаҫтағы таптарҙы ала.
* Стенала ҡалған төҫлө ҡәләм йәки фломастер эҙҙәрен таҙарта.
*Көмөш әйберҙәрҙе ялтырата.
*Компьютер дискыларының сыйылған урындары уны һөрткәндән һуң күренмәҫ.
* Музыка ҡоралдарының клавишаларын таҙартыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
*Янған суйын һәм тимер һауыттарҙы яңыртып була.

 

Һыҙыҡтар нимәне аңлата?

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, теш пастаһының тышлығында төрлө төҫтәге һыҙыҡтар бар.

Улар күпселек пасталағы химик матдәләрҙең зыянлылығын күрһәтә. Кеше шул таҫмаларға ҡарап үҙенә кәрәкле тауарҙы һайлай, ә нимәне аңлата һуң ул серле һыҙыҡтар, әйҙәгеҙ, барлап китәйек әле.

Ҡара төҫ – 100 процент химик матдәләрҙән тороусы теш пастаһы- иң зыянлыһы, уның менән теште ағартырға ғына мөмкин.

Зәңгәр төҫ – составында яҡынса 80 процент химик матдәләр булған зыянһыҙыраҡ теш таҙартҡыс. Оҙаҡ ваҡыт ҡулланылғанда пародонтоз йәки башҡа әйберҙәр килтереп сығарырға мөмкин. Шуға күрә ҡыҫҡа ваҡыт арауығында, дауалау маҡсатында ғына таҙартып алырға мөмкин.

Ҡыҙыл һыҙыҡлыһының  составында 50 процент зарарлы матдәләр. Урттары менән проблемалары булғандарға бөтөнләй бындай пастаны ҡулланырға ярамай.

Йәшел төҫтәге һыҙыҡ – тулыһынса тәбиғи продукт икәнлеген күрһәтә һәм теш табиптары тарафынан оҙаҡ ҡулланырға яраҡлы, тип тәҡдим ителә.

Белгестәр әйтеүенсә, был фараздар ғына икән. Ә ысынбарлыҡта был һыҙыҡтар теш пастаһының тышлығын яһауҙа ғына ҡулланыла һәм заказ биреүсенең теләге буйынса төрлө була ала. Ҡайһы бер етештереүселәр һатып алыусыларҙың был фекере менән таныш һәм 100 процент синтетик паста тышлығына ла йәшел һыҙыҡ ҡуялар. Шунлыҡтан теш пастаһын һайлағанда төҫлө һыҙыҡсаларға түгел, ә уның составына иғтибарлы булырға саҡыра белгестәр. Тештәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, дуҫтарым!

Теш пастаһы — бына тигән таҙартҡыс
Теш пастаһы — бына тигән таҙартҡыс
Автор:
Читайте нас: