+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҺӘР БАЛА ИШЕТЕП ҮҪЕРГӘ ТЕЙЕШЛЕ ҺҮҘҘӘР:

-

1.Һине биргәнгә Раббыма мең шөкөр. Мәрхәмәтле, Игелекле, Тырыш, Сабыр, Түҙемле, Бал кеүек татлы бул. Арыҫландай ҡыйыу, батыр, көслө бул. Елдәй етеҙ бул. Шыршылай бейек бул. Нараттай оҙон бул.Имәндәй таҙа бул. Ҡайындай һылыу бул. Һау – сәләмәт бул! Ҙур, бай бул.

2. Һин минең ҡыуанысым, Әлхәмдүлиллаһ; Атай-әсйәеңә лайыҡ булырға яҙһын.

3.Аллаһы бойорһа, хәйере менән бөтәһен дә булдырырһың, Ин ша Аллаһ; Аллаһы Раббым ярҙамын бирһен.

4. Ғәфү ит. Яңлышҡанмын. Аллаһы Тәғәлә кисерһен;

5.Яңлыштың. Аллаһы Тәғәлә кисерһен. Мин һине ғәфү итәм;

6.Ин ша Аллаһ, бөтәһе лә яҡшы булыр. Раббым ярҙамынан ташламаһын;

7. Күҙ теймәһен, Сөбханаллаһ!

8.Аллаға тапшырҙыҡ, хәйерле юлдар насип итһен! Юлдарың уң булһын!

9.Мине ололаған өсөн һине Аллаһ ҙурлаһын! Бөйөк бул. Ҙур үҫ!

10. Аллаһы Раббыбыҙ бәлә-ҡазаларҙан, яман кешеләрҙән Үҙе һаҡлаһын! Аллаһ һаҡлаһын, ҡара йылан саҡмаһын.

11.Аллаһының рәхмәте яуһын!

12.Аллаһы хаҡы өсөн эшлә шуны. Кеше алдында хур булырға яҙмаһын. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ китермә. Туған халҡыңа лайыҡ бул.

13. Аллаһы Тәғәлә айыҡ зиһен, файҙалы ғилемдәр, тел асҡыстары бирһен. Ҡулыңдан ҡыуанырға яҙһын. Хәйерле эштәр насип итһен.

14.Ярҙам иткәнең өсөн Аллаһы Тәғәлә әҗерен бирһен. Ике донъя рәхәтен күрергә яҙһын.

15.Һине кеше итергә яҙһын. Аяҡҡа баҫтырырға яҙһын.

16. Бәхетең-тәүфиғың булһын. Бәхетең-тәүфиғың артһын. Нәҫел-нәсипле йәр менән пар булырға яҙһын.

ҺӘР БАЛА ИШЕТЕП ҮҪЕРГӘ ТЕЙЕШЛЕ ҺҮҘҘӘР:
ҺӘР БАЛА ИШЕТЕП ҮҪЕРГӘ ТЕЙЕШЛЕ ҺҮҘҘӘР:
Автор:
Читайте нас: