+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Буҫтама йәки боҫлама һалыу ысулы менән дауаланғанығыҙ бармы?

-

Буҫтама һалыу арҡа ҡатыулағанда, бил ҡатҡанда ярҙам итә. Ул былай әҙерләнә: аҡ йә һары май менән балды бер сама алып, ҡайнау хәленә еткермәй генә иретеп, ауыртҡан ергә һөртөп, ыуғылағас, тағы мул ғына итеп өҫтәп һөртөргә һәм өҫтөнә шыптыр менән ҡара төҫтәге туҡыма ябырға кәрәк. Унан йылы итеп кейенеп, сисмәйсә бер көн тирәһе йөрөйһөң. Буҫтаманы, ғәҙәттә, төнгә ҡарай йә мунса алдынан һалалар. Иртәгәһенә арҡа ҡатыуы, бил ауырыуы ҡул менән һыпырып алғандай тарала. Тик елгә, һыуыҡҡа теймәй, һаҡланып йөрөргә кәрәк.
Уны ҡайһы бер төбәктә боҫлама тип тә йөрөтәләр.

Буҫтама йәки боҫлама һалыу ысулы менән дауаланғанығыҙ бармы?
Буҫтама йәки боҫлама һалыу ысулы менән дауаланғанығыҙ бармы?
Автор:
Читайте нас: