+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре

Бала үҫкәс, уның холҡон үҙгәртеү ауыр. Иң яҡшыһы – бала сағында дөрөҫ йүнәлеш биреү. Бының өсөн совет педагогы Симон Соловейчик түбәндәге дүрт ҡағиҙәне иҫтә тоторға ҡушҡан.

1. Ирек. Тик бала нимә теләй, шуны эшләргә рөхсәт итеү күҙ алдында тотолмай. Ирек – тәртипһеҙлек тигән һүҙ түгел. Баланы фекерләргә өйрәтеү, уның уй-фекере менән ҡыҙыҡһынып тороу, һорауҙар бирергә рөхсәт итеү. Ҡыҫҡаһы, баланы үҙ фекере булған шәхес итеп тәрбиәләү.
 
2. Донъяны аңлатыу. «Донъя матур, тик ул һинең тирәләй генә әйләнмәй». Соловейчик, балаға ошо фекерҙе һеңдерергә кәрәк, тигән. Мәҫәлән, бала әсәһен таптырып илай, ти. Әсә кеше бер ниндәй ҙә хәүеф янамауын, баланың бары тик холоҡһоҙланып күҙ йәше түгеүен белә икән, эшен тамамлағас ҡына бәләкәс янына килә. Тыныс тауыш менән: «Нимә булды?» – тип һорай.
 
3. Үҙаллылыҡ. Баланы кесе йәштән үк оло тормошҡа әҙерләй башларға кәрәк. Бала әлегә эште урын-еренә еткереп башҡара алмай икән: «Һинән булмай!» – тип эшен тартып алмағыҙ. Ул эшләй-эшләй өйрәнә. «Бына ошолай итеп эшлә», – тип ипле итеп төҙәтеп, өйрәтеп тороғоҙ.
 
4. Үҫеш мөмкинлеге. Бала физик яҡтан да, аҡыл яғынан да үҫергә тейеш. Ә үҫкәндә төрлө хәл була. Ҡысҡырып көлгән йәки салбарын бысратҡан өсөн асыуланмағыҙ. Бәләкәсегеҙҙе төрлө түңәрәккә йөрөтөгөҙ, ҡыҙыҡһындыра белегеҙ, әүҙемлеген, энергияһын файҙалы юҫыҡҡа бороғоҙ.
Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре
Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре
Автор:
Читайте нас: