+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҠУНАҠ МЕНӘН ӨЙГӘ ҠОТ ИНӘ

-

Башҡорт халҡының иң күркәм сифаты — ҡунаҡсыллыҡ. Йортҡа ҡунаҡ инһә, хужабикә сәйнүгенә тотона. Иң татлы тәғәмдәрен өҫтәлгә теҙә. Өйөнә беренсе тапҡыр аяҡ баҫыусыға бүләк биреп сығарыу йолаһы ла бар әле. Ҡунаҡты ололау, хөрмәтләү башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә сағылыш тапҡан: «Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар», «Бәхетленең ҡунағы бер көндә», «Ҡунаҡ килһә, ит бешә, ит бешмәһә, бит бешә», «Ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы» һ. б.

Ҡунаҡҡа йөрөү кешенең йәшәү көсөн, иммунитетын арттыра икән. Сөнки аш-һыу аша беҙгә көс инә. Ә уны әҙерләгән хужабикә уға үҙ ҡеүәтен һала. Ҡунаҡ менән бергә өйгә бәрәкәт, ҡот инә. Уның менән бергә насар энергетика ла сығып китә икән. Был хаҡта бер хәҙистә лә асыҡ әйтелә: «Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡу­наҡ булғас, рәхмәт әйтә лә үҙе өйҙән сыҡҡанда тупһаға ҡарарға ҡуша. Ҡунаҡ менән бергә төрлө ерәнес заттар ҙа — тараҡандар, бөжәктәр, селәүҙәр сыға». Икенсе хәҙистә: «Әгәр Аллаһы Тәғәлә кемгәлер яҡшылыҡ ҡылырға теләһә, уға ҡунаҡ рәүешендәге бүләк яһай. Ҡунаҡ менән йортҡа муллыҡ килә, уның менән бергә хужаның гонаһтары китә», — тиелгән. - Ҡунаҡ килһә, өйҙөң энергетикаһы яңыра, яҡтыра. Сөнки ул беҙ күптән күреп күҙ өйрәнгән әйберҙәргә яңы ҡараш ташлай. Уларға йән өргәндәй була.

Гөлназ Ҡотоева

ҠУНАҠ МЕНӘН ӨЙГӘ ҠОТ ИНӘ
ҠУНАҠ МЕНӘН ӨЙГӘ ҠОТ ИНӘ
Автор:
Читайте нас: