+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙең ғаиләлә нимәнән тыйҙылар йәки нимәнән ҡурҡа инегеҙ?

Һәр халыҡтың үҙенә генә хас тыйыуҙары, һынамыш-юрамыштары бар. Улар хатта совет заманында ла, дөрөҫөрәге дин инҡар ителеп, атеизм сәскә атҡан ваҡытта ла юҡҡа сыҡманы һәм быуындан быуынға тапшырылып килде. Беҙҙең ғаиләлә өлкәндәр һепертке һәм көйәнтә аша атлап сығыуҙы ныҡ тыйҙы. “Үҫмәй ҡалаһығыҙ”, - тиерҙәр ине. Уларҙың беҙҙең буйға бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмауын, ә тик ябай тәрбиә алымы ғына, йәғни һеперткене лә, көйәнтәне лә урынына ҡуйырға, аяҡ аҫтына һалмаҫҡа кәрәклекте генә беҙгә шулай күндергәндәр.

Ултырғыста йәки урындыҡта аяҡ һелкеп ултырғанды әсәй яратмай торғайны. “Ен балаһын бәүетеп ултырмағыҙ”, - тип киҫәтте. Эңер төшкәндә урамда сыр-сыу килеп йөрөүҙе лә тыйҙы. “Ен һуға”, - тип ҡурҡытты. Иртән торғас та урынды йыйыштырмаһаң, ен аунатып ятҡырып, тип әрләгәне әле һаман хәтерҙә. Ә ендән беҙ ҡурҡтыҡ. Бер ҡасан да күргәнебеҙ булмаһа ла.

“Эт, бесәй ярау иткәнде ҡараһағыҙ, күҙегеҙгә арпа сығыр”, - тинеләр. Әгәр яңылыш ҡына күреп ҡалһаҡ өс тапҡыр “тьфүкрис” тип, тирә-яғыбыҙға төкөрөнгән була инек. Олоғайғас ҡына был һүҙҙең нимә аңлатҡанын төшөндөм - “тьфүкрис” тимәгәнбеҙ беҙ, ә “тьфу крест” тигәнбеҙ. Үҙебеҙсә шулай уҡынған-суҡынған булдыҡмы икән?

Хәҙер уйлайым да ендән генә ҡурҡмағанбыҙ икән беҙ. Совет осоро булһа ла, Алланан да, тамуҡтан да шөрләгәнбеҙ. Утҡа төкөрһәң, “теге донъяла” эҫе таба ялаталар, икмәк вағын йәки бүтән төрлө ашамлыҡты тапаһаң, Аллаһ башыңа һуға, тип өйрәттеләр. Эйе, ҡурҡа инек. Икмәк валсығы төшһә, “бисмиллаһ” тип, тиҙ генә алып һалдыҡ. Аңлауығыҙса, быларҙың барыһы ла үҙенә күрә тәрбиә алымдары ғына булған да баһа!

Ә балалар араһында ғына таралған күпме һынамыш бар ине. Үҙәгеңде тартма, ҡулыңды яңағыңа ҡуйма - әсәйең ауырыр, тегене эшләмә-быны эшләмә - әсәйең үлер... Иң ҡурҡынысы шул булғандыр инде ышаныусан бала күңеле өсөн.

Мунса менән бәйле тыйыуҙар ҙа бик күп беҙҙең халыҡта. Ингәндә өс тапҡыр тамаҡ ҡырып инергә кәрәклеген, мунсала һыу эсергә, һыулы бакты асыҡ ҡалдырырға ярамағанлығын үҙебеҙҙең балаларға, ейәндәргә лә һеңдерҙек инде хәҙер.

Эсергә, ашарға ярамағанлығы аңлашыла инде, ни тиһәң дә йыуыныу, таҙарыныу урыны бит. Ә бына тамаҡ ҡырып инеүҙе мунса эйәһен иҫкәртергә кәрәк, тип аңлаттылар. Ә, бәлки, үҙеңдән алдан барып йыуынып ултырған кешене ҡурҡытмаҫ йәки үҙең ҡурҡмаҫ өсөн ҡабул ителгән тәртип ҡағиҙәһе генә булғандыр. Башҡа халыҡтарҙа мунса хужаһы иң насары тип уҡығаным бар. “Мунса урынына йорт һалырға ярамай, йөҙәрләгән йыл элек үк унда ен эйәләшә” тигән тыйыу ҙа шунан килеп сыҡҡандыр, бәлки.

Көҙгө, тупһа, тәҙрә менән бәйле тыйыуҙар ҙа күп беҙҙең башҡорт халҡында. Мәҫәлән, ололар тупһаға ултырырға, баҫырға ярамай ти торғайны. Үҙеңә ярлылыҡ теләйһең, тип аңлата инеләр беҙгә. Шуны һынағаным бар: бик күптәр тупһаға баҫмаҫҡа тырыша, әйбер биргәндә-алғанда ла йә сығып, йә инеп алалар. Тимәк, был ышаныуҙарҙың барыһы ла беҙҙең генетик хәтеребеҙҙә һаҡлана.

Тупһала өй эйәһе генә ултыра, уның урынын биләһәң, ул һиңә хәйерселек теләй тигән ырым башҡа халыҡтарҙа ла бар.

Был тыйыуҙар, һынамыштар, ҡурҡытыуҙар буш урында ғына килеп сыҡмағандыр. Боронғо кешеләрҙең оҙаҡ ваҡыт тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте, уратып алған донъяны, кешеләрҙең тәртибен, һаулығын күҙәткәндән, өйрәнгәндән һуң барлыҡҡа килгәндер. Артабан йәмғиәттә әхлаҡи нормалар булдырыу өсөн ҡабул ителгән булғандыр ҙа, оҙайлы эволюция осоронда, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, ҡан хәтерендә ҡалғандыр.

Ә һеҙҙең төбәктә, ғаиләлә ниндәй тыйыуҙар, юрауҙар, тыйыуҙар була торғайны һәм улар нисек аңлатыла ине?

Лена АБДРАХМАНОВА.

https://kungak.ru/news/novosti/2022-01-26/e-e-ail-l-nim-n-n-tyy-ylar-y-ki-nim-n-n-ur-a-inege-2668715?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=142137490

 

Һеҙҙең ғаиләлә нимәнән тыйҙылар йәки нимәнән ҡурҡа инегеҙ?
Һеҙҙең ғаиләлә нимәнән тыйҙылар йәки нимәнән ҡурҡа инегеҙ?
Автор:
Читайте нас: