+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

СӘЙҘЕ ҮҘЕҢ ӘҘЕРЛӘ БАҠСАҢДА ҮҪКӘН ҮЛӘНДӘРҘӘН

-

Хозур тәбиғәтебеҙ бүләк иткән шифаны бөтәбеҙ ҙә ҡулланабыҙмы? Уның аяҡ аҫтында үҫеп ултырған әрһеҙ генә бер үләне лә әллә күпме ауырыуҙарҙан дауа булыуы ихтимал бит. Бына ошо турала хәтеребеҙҙе яңыртыу өсөн Бөрйән районы Байназар ауылы ағинәйе, ғүмер буйы биология уҡытыусыһы булып эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда ла алһыҙ-ялһыҙ Башҡорт Википедияһына хеҙмәт иткән Көнһылыу Ҡотлобаева менән әңгәмәләштек.

Һеҙ үләндәрҙе күп йыйған, улар тураһында күп мәғлүмәт белгән кеше. Үлән сәйҙәрен йыш эсәһегеҙме һәм уны нисек әҙерләйһегеҙ?

- Әллә ҡайҙа ситкә йөрөмәй, баҡсала үҫкән үҫемлек-үләндәрҙән ҡаптарҙа һатылған ябай ҡытай сәйҙәренән дә шәберәкте эшләп алырға мөмкин. Ҡурай, ер, ҡайын еләктәре япраҡтарынан эшләргә була бындай ферментланған сәйҙәрҙе. Еләктәрҙең япрағында ҡанды яҡшырта торған матдәләр бар, мәҫәлән, фолий кислотаһы. Мин былтыр йәйгеһен бер тапҡыр эшләп алған шундай сәйҙе ғинуарға тиклем ҡулландым. Һатыуҙағы сәйҙе бөтөнләй эсмәнем, сөнки хәҙер уларҙың ҡабында "Һинд сәйе" тип яҙылһа ла, "Һ" хәрефе лә юҡ. Бынан тыш, ҡайһы берҙәрен һыуыҡ һыуға һалһаң да төҫө сыға башлай - буяуын яҡшы ҡушҡандар, тигәнде генә аңлата был. Үҙгәртеп ҡороу заманында сәйҙең шамаһын киптереп, кире тапшырған кешеләр бар ине, уны яңынан һатыуға ебәреү өсөн йыя торғайнылар. Әле кемдәрҙер ҡыҙғылт һары сәй эсә, ҡайнар һыу ҡойоп өлгөрмәйҙәр, шунда уҡ төҫө сығып китә. "Сығышы яҡшы", тигән булалар. Ә бит үҫемлек күҙәнәгендәге матдәне иретеп сығарыу өсөн эҫе һыуҙа күпмелер ваҡыт тотоу кәрәк. Тәбиғи сәй булһа, кипкән үҫемлек был ҡыҙғылт сәйҙәр кеүек тиҙ генә төҫ бирмәҫ ине. Әйткәндәй, сәй ҡыуаҡтары үҫтерелгән илдәрҙән килеп уҡыған студенттар ҙа беҙҙә һатылған продукцияның бөтәһен дә яҡшы баһаламай.
Ҡурай еләген дә, баҡса еләгенең дә араһын йыл да һирәгәйтеп тора кеше һәм бына шуларҙан сәй эшләп алырға була. Сәй киптереп алыуҙың ысулдары интернетта бихисап инде, шунан уҡып, һәр кем үҙенә ҡулай булғанын ҡуллана ала. Мәҫәлән, йыйылған үләндәрҙе ауыр нәмә менән өс көн тирәһе баҫтырып ҡуйып та әҙерләп була сәйҙе. Мин дә элегерәк шулайта инем, хәҙер еңелерәк ысулға күстем. Йыйған үләнде ит турағыстан үткәрәм, әлбиттә, был уның файҙалы матдәләренең күпмелер өлөшөн юҡ итергә лә мөмкин. Шунан шуны тәүлек ярым тирәһенә ултыртып ҡуям. Үләндең төҫө әҙерәк үҙгәрә, ҡарая төшә - бынан ҡурҡырға кәрәкмәй. Бығып ултырған әҙерләмәне 70-100 градус эҫелектә ҡыҙҙырылған духовкаға тығып, киптереп алам: үләндең үҙенсәлекле еҫе өйгә таралып китә. Тағы ла үлән киптереүҙең бер ысулын Рим Әхмәдовтың китаптарының береһендә уҡып өйрәнгәйнем, ул ҡырға сыҡҡанда сәйҙе үҙең эшләп эсергә өйрәтә. Үләнде һуты сығырлыҡ итеп усыңда ыуаһың да, усаҡҡа ҡуйылған ҡоро ҡаҙан төбөнә һалып, бер аҙ киптереп алаһың. Өйҙә лә эшләргә була быны, төҫө ул тиклем сағыу булмаһа ла, бик хуш еҫле һәм файҙалы эсемлек килеп сыға.

Ниндәй үләндәрҙе яратып ҡулланаһығыҙ?

- Бик урманға сығып йөрөп булмағас, күберәк баҡсала үҫкәндәрен тотонам. Элек сабынлыҡтар бик алыҫтан бүленде халыҡҡа һәм техникаһыҙ йәйәү йөрөгәс, көн дә ҡулыма муҡса тотоп сығып, юл ыңғайында кәрәкле үләндәрҙе йыйып ҡайта инем. Техника йөрөмәгәс, юл ситендә ултырғаны ла таҙа ине. Хәҙер колхоздар бөтөп, пай ерҙәрен бүлешеп алғас, алыҫҡа бесәнгә йөрөргә кәрәкмәй, бесәнде яҡында ғына техника ярҙамында саптырып алабыҙ һәм ҡыр үләндәренә юлым ябылды, тигәндәй. Шуға тын юлдарын, ангина ауырыуҙарынан дауалай торған кәкүк емеше (первоцвет весенний), электән шифалары билдәле һарына, андыҙ һәм башҡа бик күп үләндәрҙе баҡсамда үҙем үҫтерәм. Бер нисә төп әсе һәм ҡара әрем, йылан тамыры (горец змеиный), ҡырҡҡоласлы (кровохлебка лекарственная) ла ултыртырға була, күп урын алмай бит улар.
Ҡурай еләге, ҡарағаттың йәш үҫентеләрен, еләк япрағын, аралаштырып кесерткән дә ҡушып сәй әҙерләйем. Әйткәндәй, кемдер кесерткәнде яратмай, уның үҙен генә бешерһәң, тәме бик оҡшап етмәйҙер. Ә бына ферментация үтһә, тәме һәм еҫе үҙгәрә. Етмәһә, кесерткән япрағында викасол - К витамины аналогы була, ул да ҡанды яҡшырта торған 12 факторҙың береһе. Был үләндең орлоғо ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙарынан дауалағанда уңышлы ҡулланыла. Уны үлән ашына ҡушып ебәрергә мөмкин. Шулай ҙа кесерткәндең ҡанды ҡуйыртыуы тураһында онотмаҫҡа кәрәк.
Баҡсамда болон туҡранбашы (клевер луговой) ҡый үләне урынына үҫә. Уны бер нисә урында ҡалдырам, йәй дауамында сәскә атып ултыра һәм шуны йыйып торам. Заманында яман аҙҡанлылыҡ тигән ауырыу булған, сөнки беҙҙең төбәктә кобальт етешмәй. Ә ул В12 витамины составында була. Был витаминды дарыухананан алып эскәнсе, болон туҡранбашы сәскәһен ҡулланырға мөмкин. Үҫемлектәрҙә ҡайһы бер химик элементтар бик аҙ миҡдарҙа булғанда ла, организмға файҙаһы ҙур. Туҡранбаштың башҡа төрҙәре лә файҙалы. Көн дауамында сәй эскән һайын бер-ике тумалаҡ сәскәһен һалып эсеү яҡшы.
Ҡый үләндәренә ҡаршы көрәшәбеҙ, ә улар бөтәһе лә бушҡа ғына беҙҙең өй тирәләй үҫмәйҙер. Аллаһы Тәғәлә беҙгә йыраҡҡа йөрөмәй генә дауаны үҙеңдең аяҡ аҫтыңдан алып ҡуллан, ти. Бына әле арыҫлан ҡойроғо (пустырник) сәскә ата. Уны сәскәгә тумаланған сағында йыйып алаһың, атһа - сәнскелегә әүерелә. Үгәй инә үләне, бәпембә лә әрһеҙ, уларҙың да шифаһы тураһында беләһегеҙҙер. Бик маҡтауға лайыҡлы ҡый үләне - аҡтамыр. Иғтибар итһәгеҙ, уның менән эт, бесәй дауалана. Был үләндең барлыҡ өлөштәре лә шифалы, ул иммун системаһы, иң мөһиме, бәүел-енес системаһы өсөн яҡшы. Аҡтамырҙан ванна эшләргә лә, эсергә лә була. Көҙгә тиклем ҡулланһалар ҙа, май айындағына өҫтөнлөк бирелә. Балтырғандың өс ҡыуағын ултыртып ҡалдырып, сәскә атырға ирек бирмәй, йолҡоп торһаң, "бәпкә" биреп тик ултыра - аҫтынан яңы йәш үҫентеләр ебәрә. Көҙгә тиклем шул "бәпкәне" йыйырға, тоҙларға, туңдырғысҡа һалып ҡуйырға була. Тағы ла петрушка сәсеп, тәмләткес үҫтереп ыҙалағансы, балтырғанды киптерһәң, тиҙ генә кибә һәм ыуҙыниһәң, хуш еҫле тәмләткес килеп сыға.
Дегәнәктең тамыры тәүге йылда көс йыя, шуға уны ҡаҙып алып ҡулланып ҡалырға кәрәк. Юғиһә, икенсе йылына уның тамырындағы һуты япраҡ ебәреүгә китә. Шуға беренсе йыл үҫкәненең тамырын алып, икенсе йыл үҫкәненең япраҡтарын йолҡоп, кер бауына элеп сыҡһаң, шунда кибеп тора. Күптәр дегәнәк һутын һығып эсә, был мәшәҡәтлерәк тойола миңә. Киптерһәң, ыуаһың да алаһың һәм шуның үҙен генә эсһәң дә, башҡа үләндәр менән бергә ҡулланһаң да ярай. Андыҙ япрағын да мин шулай итәм. Әлбиттә, бауҙы лапаҫ аҫтына элергә кәрәк, киптергән үләндәргә ҡояш тура төшмәҫкә тейеш.
Баҡсаға бер нисә бөртөк бесәй үләне (валериана) ултыртһаң, шуның тамырын алаһың да тораһың, ә тамырһабағын кире тупраҡҡа төртәһең. Тамырын киптереп, ҡулъяулыҡҡа төрәһең - кеҫәлә йөрөгән дарыу әҙер. Юлда тораһыңмы, телевизор ҡарап ултыраһыңмы, тынды күп һурмай ғына еҫкәп алыу файҙалы. Нервы системаһын тынысландыра, бер күтәрелеп, бер төшөп ыҙалатҡан ҡан быҫымын яйлай торған дарыу була. Дарыуханала һатылған төнәтмәһе күберәк аш һеңдереү ағзаларына китә, файҙалы матдәләре йөрәккә барып етмәй - бауыр уны һөҙә. Ә бына еҫкәгәндә һөҙөмтәлерәк.
Ә бына ишек алдында үҫкән күгүләнде 114 сиргә дауа, ти торғайны өләсәйем. "Күгүләнгә баҫһам, үлмәҫ инем", тиер ине. Себеш, бәпкәләр көткәндә ул күгүлән бөтөнләй булмай, ашап торалар. Ҡайһы берҙә ҡаҡ ерҙе суҡып торғандарында, был нимә тарта икән, тип ҡараһаң, баш төртөп килгән күгүлән була. Был үләндең файҙаһын һөйләп бөтөрлөк түгел. Шулай уҡ болан күҙе (ромашка пахучая) бик файҙалы, хуш еҫе сығып тора. Ул күгүлән булған ерҙә үҫә, сәскә таждары үҫешмәгән, башы йомро ғына була.
Баяғы телгә алған кәкүк емеше, кәзә һаҡалы ла тиҙәр, бик файҙалы сәскә. Әле һабағы ҡатҡан, әммә сәскәләрен ҡулланырға була. Мәҫәлән, ашҡа турап һалып ебәрәһең, яҡшы тәм бирә. Әйтергә кәрәк, сәскә атырға бирмәгән үҫемлектәрҙең "бәпкәһен" баҡсаға сыҡҡан арала ғына йолҡоп индереп, төрлө аш-һыуға ҡушып ебәреү яҡшы.
Күптәр яратып үҫтергән бейек мальва сәскәһе, мәҫәлән, төбө-тамыры менән тын алыу юлдарын, ҡурылдай (бронх) астмаһына тиклем дауалай торған үҫемлектәрҙең береһе. Бер ҙур үҫемлектең бар өлөшөн дә турап әҙерләп алһаң, үҙеңдең зат-ырыуыңдан тыш, бөтә ауылды ҡарарға етә. Тамырын, орлоғон, сәскәле өлөштәрен ваҡ итеп турап киптереп, бергә ҡушаһың инде. Беҙ бала саҡта көлсә итеп йыйып алып, бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырышып уйнаған төймәсек - уның "туғаны". Шулай уҡ бесәй тырнағы, лаватера ла файҙалы. Төймәсекте тамыры менән йолҡоп, бауға элеп киптереп алаһың. Ә инде дауаланыу ысулдарына килгәндә, интернетта бирелгәндәрен эҙләп ҡарарға, йәки китаптарҙа, махсус гәзит-журналдарҙа һыналғандарын һайлап алырға кәрәк. Һәр кемдең йәше, тән ауырлығына ҡарап миҡдарҙар билдәләнә. Өлкән кешенең көндәлек нормаһы - үҙенең бер усына һыймалы. Күп үҫемлектәрҙе шунан сығып ҡулланырға була, әммә бик аҙ миҡдарҙа һәм һаҡ эш итеүҙе талап иткәндәре, ағыулылары барлығын да оноторға ярамай.

Үләндәр генә түгел, ағастарыбыҙ ҙа бер дауа. Был йәһәттән дә уртаҡлашыр белемегеҙ барҙыр...

- Иртә яҙҙан ҡайын, уҫаҡтың ыуыҙ япраҡтарын йыйырға мөмкин ине. Әммә ул осор үтеп китте, шулай ҙа йәш үҫентеләр - сауҡаларҙың яңы ғына асылған йәш япраҡтары ла ыҫмалалы була, унан бал ҡорттары прополис яһай. Был ыҫмалалы япраҡтар тәү сиратта тын юлдарына шифалы, көслө антисептик та, сөнки үҫемлек ыуыҙ ғына япраҡтарҙы үҙен һаҡлау өсөн яра. Уларҙы йәй буйына йыйып була, шулай ҙа май айында алынғаны үҙенә башҡа. Ҡайын япраҡтарын киптереүе ауыр түгел, ә бына уҫаҡтыҡы тиҙ генә ҡарайып, насарайырға мөмкин. Шуға уны алып ҡайтыу менән тиҙ генә 50 градус тирәһе ҡыҙҙырылған мейестә киптерә һалырға кәрәк. Ҡуйы булып үҫкән сауҡаларҙың башындағы ыуыҙ япрағын бер аҙ алыу тик файҙаға ғына, был үҫентеләрҙе һирәгәйтергә, ҡалғандарына иркенләп үҫеп китергә мөмкинлек бирә.

Иммунитетты яҡшырта торғандарҙан ниндәй халыҡ дауаһын айырып әйтер инегеҙ?

- Бына мин һыйырҙан ҡалмаҫҡа тырышам. Уны һөтө, май-ҡаймағы ғына түгел, ҡатыҡ, эремсеге өсөн дә аҫра-йым. Әйткәндәй, эремсек һыуын (сыворотка) күберәк малға эсереп ҡуябыҙ, ә бит ул да файҙалы. Эремсек эшләгәндә уның иремәй торған бөтә өлөшө - аҡһым, углеводтар эремсектә ҡала, ә ирегән минераль тоҙҙары һарҡып төшә. Шуға андыҙ тамырын йәки башҡа берәй тамырҙы төшөрөп, 8-12 сәғәт ултырһа, әҙер генә дауа була ла ҡуя. Был ваҡыт эсендә ул артыҡ әсеп өлгөрмәй, әсерәк итеп эсергә теләһәң, оҙағыраҡ тоторға була. Ә инде киреһенсә, сөсөрәк кәрәкһә - яңы һарҡыған эремсек һыуын өҫтәп ҡушырға. Организмға бик файҙалы, иммунитетты яҡшырта торған эсемлек килеп сыға. Бына үҙемә лә әле әҙерләп ҡуйҙым.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Көнһылыу Зәки ҡыҙы тәбиғәт, халыҡ дауаһы һәм беҙҙең кеүек йәшерәк быуын бик белеп бөтмәгән, ҡыҙыҡһынмаған өлкәләр тураһында барыһын да белгән, быуындан-быуынға тапшырыла килгән аҡылды үҙендә туплаған ағинәйҙәрҙең береһе. Тыуған еребеҙҙә үҫкән һәр нәмә үҙенә күрә бер дауа булыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоп, шөкөр ҡылып, шул дауаны ҡулланып йәшәргә кәрәк, тигән инаныста ул.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

СӘЙҘЕ ҮҘЕҢ ӘҘЕРЛӘ БАҠСАҢДА ҮҪКӘН ҮЛӘНДӘРҘӘН
СӘЙҘЕ ҮҘЕҢ ӘҘЕРЛӘ БАҠСАҢДА ҮҪКӘН ҮЛӘНДӘРҘӘН
Автор:
Читайте нас: