+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер, ике, өс...

Ҡояш ҡалҡты, йылмайҙы, Беҙгә сәләм ебәрҙе, Зәңгәр күктә бейене, Арып йоҡларға ятты.   Бер тиһәм – һик(е)реп торам, Икелә ҡолас йәйәм, Өс  тигәндә ҡулсабам, Дүрт – бөйөргә таянам, Биш тиһәм тыпырлатам, Һай, бейергә яратам!   Уң ҡулым әсәй булһа, Һул ҡулым атай булыр, Уң аяҡ ағай булһа, Һул аяҡ апай булыр. Шунан уйлап ҡараһам Барыһы ла кәрәк булыр, Бер-береһенә терәк булыр.

Әсәйем икмәк баҫҡанда,

Мин ярҙамға ашығам.

Үҫкәс бешерермен мин дә,

Хәҙер өйрәнеп алам.

 

Атайым минең көслө,

Әсәйем оҫта ҡуллы,

Апайым  тыныс холҡло,

Ә ҡустым көләс йөҙлө,

Бишәү(е)беҙ бер ғаилә,

Йәшәйбеҙ татыу ғына.

 

Автор:
Читайте нас: